Фәнүзә апайым уҡырға төшмәгән саҡта була был хәл. Мәһәҙейҙә ит турағыс (мясорубка) Байназарҙан ауылға килеп йәшәп, уҡытыусы булып эшләгән Ишбулатов Лотфулла Сибәғәт улының ғаиләһендә генә була. Уның ҡатыны Зәйтүнә инәй - апайымдың тәүге уҡытыусыһы. Әсәм, Лотфулла апаларҙы туған тип тартыптыр инде, Фәнүзә апайымды йомошҡа ебәрә - мясорубка алырға. Лотфулла апалар ул ваҡытта әлеге Ғәлимә инәйҙең өйө булған ерҙә, өҫтәрәк йәшәй. Биш-алты ғына өй үтергә тура килһә лә, апайым барып еткәнсе йомошон онота: " Миңә ыстаруха биреп тороғоҙ!"-ти. Аптыранған Зәйтүнә инәй уға өйҙәге бөтә әйберҙәргә төртөп: "Ошомо?"-тип һорай. Ахырҙа, ыстаруха тигәс, мине ҡунаҡ-фәләнгә саҡырмаймы икән, тип, апайымды етәкләп беҙгә үҙе килә. Ыстаруха түгел, мясорубка кәрәклеген төшөнгәс, икәүләп кире Лотфулла апаларға китәләр.
Берәйһенә йомошҡа ебәрһә, әсәм, ошо хәлде иҫенә төшөрөп, ыстаруха һорап йөрөмәгеҙ, ишетһен ҡолағығыҙ, тип туҡып ебәрә ине...
Үәт, Миләүшә Ҡаһарманова яҙғанса, ебәрерһең хәҙер балаларҙы ыстаруха һорарға...