Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Декабрь 2019, 13:00

ЯҠТЫЛЫҠТЫ ХӘСТӘРЛӘП

Йылдың көн оҙонлоғо буйынса иң ҡыҫҡа көнөндә – 22 декабрҙә энергетиктар үҙҙәренең һөнәри байрамдарын билдәләй. Энергетиктар көнө - энергетика системаларын булдырыу һәм уларға хеҙмәт күрһәтеү өлкәһендә эшләүселәр, көндөҙ ҙә, төндә лә иҡтисадтың иң мөһим тармағында яуапта тороусылар байрамы.

Районыбыҙ халҡын электр энергияһы менән тәьмин итеп, һәр йорт яҡты һәм йылы булһын өсөн тырышыусы Белорет электр селтәрҙәренең Бөрйән РЭС-ы уңышлы эшләп килгән предприятиеларҙың береһе.
Район электр селтәрҙәре хеҙмәткәрҙәре 110/10 кВ-лы “Байназар”, “Иҫке Собханғол”, “Әүжән” подстанцияларын, 165 трансформатор подстанцияһын, 577 саҡырым оҙонлоғонда 10 кВ-лы, 200 саҡырым 0,4 кВ-лы электр линияларын хеҙмәтләндерә.
- Быйылғы йылды ла яҡшы күрһәткестәр менән тамамлайбыҙ. Электр линиялары һәм трансформатор подстанциялары даими ремонтланып, яңыртып торола. Яуымбай-Килдеғол, Иҫке Мөсәт-Байназар, Иҫке Мөсәт-Яңы Мөсәт, Иҫке Собханғол-Кейекбай йүнәлештәрендәге 10 кВ-лы электр линиялары трассаһының 16,6 гектары подрядсылар тарафынан ағас-ҡыуаҡтарҙан таҙартылды. Үҙебеҙҙең көс менән Аҫҡар-Брәтәк, Әбделмәмбәт-Килдеғол араһындағы 10 кВ-лы электр линиялары трассаларын тәртипкә килтерҙек, № ти РЭС начальнигы Динар Әминев.
Материалдың тулыраҡ вариантың "Таң" гәзитенең 20 декабрь һанынан уҡығыҙ.
Читайте нас: