Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Декабрь 2019, 11:00

ХӨРМӘТЛЕ ЭНЕРГЕТИКА ӨЛКӘҺЕ ХЕҘМӘТКӘРҘӘРЕ!

Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – Энергетиктар көнө менән ҡайнар ҡотлайым!

Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – Энергетиктар көнө менән ҡайнар ҡотлайым!
Энергетика – иҡтисадтың төп тармаҡтарының береһе. Был өлкәнең тотороҡло һәм һөҙөмтәле эшләүе райондың социаль-иҡтисади үҫешендә, хужалыҡтарҙың һәм ойошмаларҙың именлегендә сағыла. Һеҙҙең алдығыҙҙа ҡулланыусыларҙы тәүлек әйләнәһенә электр энергияһы менән өҙлөкһөҙ тәьмин итеү бурысы тора. Был йүнәлештә киләсәктә лә һынатмаҫһығыҙ, тип ышанам.
Һөнәри байрамығыҙ уңайынан Һеҙҙең еңел булмаған көндәлек хеҙмәтегеҙҙә уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге һәм бәхет теләйем!
Читайте нас: