Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Декабрь 2019, 12:00

ДОНЪЯ ТОТОР ҠАТЫН-ҠЫҘҘАР БАР УЛ

Байназар ауыл мәҙәниәт йортонда “Ҡатын-ҡыҙ – донъя тотҡаһы” тигән сара үтеп, унда БР Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай депутаттары Г. Ҡолһарина, А. Бейембәтов, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Р. Шәрипов ҡатнашты.

Г. Ҡолһарина ҡатын-ҡыҙҙарҙы “Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары” йәмғиәте, Ҡоролтай исеменән ҡотланы. Йәмәғәт ойошмалары үҙҙәренең эше тураһында ҡыҫҡаса отчет тотто. Байназарҙың әүҙем йәмәғәтсеһе, “Ҡурыуҙы” халыҡ фольклор ансамбленең һандуғасы, чечен һуғышында батырҙарса һәләк булған яҡташыбыҙ Филүс Нурғәлиндең әсәһе Таңһылыу апайҙы әхирәттәре ихлас тәбрикләне. Гөлнур Ҡолһарина уны Өфөгә саҡырып, “Милләт әсәһе” миҙалын тапшырасағын белдерҙе.
Читайте нас: