Янғын ваҡытында кешеләр күп осраҡта төтөнгә сәсәп һәләк була. Тап ошондай мәлдә янғын хаҡында иҫкәрткестәр ярҙамға килә лә инде. Улар бинала төтөн хасил булыуы хаҡында “һөрәнләп” хәбәр итә.
Ағымдағы йылдың 27 ноябрендә Әбйәлил районының дежур-диспетчер хеҙмәтенә Байым ауылында өй яныуы хаҡында хәбәр килә. Янғын урынына Күсем руднигы ауылынан янғын һүндереүселәр сыға.
Урынға барғас, улар йорт эсендәге мөлкәттең яныуын һәм бинаның ныҡ төтәүен күрә. Өйгә ҡуйылған янғын иҫкәрткес арҡаһында кешеләр үлеменә юл ҡуйылмаған. Йорт хужабикәһе менән уның әсәһе, ныҡышып-ныҡышып бәлә хаҡында хәбәр итеүсе янғын иҫкәрткес тауышын ишетеп һәм әсе төтөн еҫен һиҙеп, һанаулы ғына секундтар эсендә өйҙән сығып өлгөрәләр.
Янғын башланған ғына осоронда ҡыҫҡа ваҡыт эсендә һүндерелә. Уттан өй эсендәге йыһаздар зыян күргән һәм стеналар ыҫланған.
Йорт хужабикәһе ауылдағы дөйөм йыйылышта янғын һағы хеҙмәткәрҙәренең аңлатып һөйләгәненән һуң янғын иҫкәрткес ҡуйҙырырға ниәт иткән була.
Бәләкәй генә уяу “һаҡсы” хәүеф хаҡында иҫкәртеп, өйҙә йәшәүселәрҙе үлемдән ҡотҡарған һәм янғын һүндереү командаһын мәлендә саҡырыуҙы тәьмин иткән.
2019 йылдың 1 октябренән Башҡортостан Республикаһында республика ҡаҙнаһы иҫәбенә яңғыҙ йәшәүсе 55 йәшлек һәм унан өлкәндәр өсөн янғын иҫкәрткестәр биреү ғәмәлгә ашырыла.
Янғын иҫкәрткесте алыу өсөн Янғындарҙы иҫкәртеү үҙәгенә түбәндәге телефон буйынса заявка ҡалдыра алаһығыҙ: 8 (347) 218-16-30 (эш көндәрендә 9.00 сәғәттән 18.00 сәғәткә тиклем). Артабан һеҙгә яңғыҙ йәшәүегеҙҙе дәлилләп, йорт хужалығы (фатир) китабынан күсермә йәки йәшәү (булыу) урынынан белешмә (справка) алырға һәм БР Янғынға ҡаршы хеҙмәт ДКУ-һы адресына ғариза яҙырға кәрәк.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2016 йылдан БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты тарафынан аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләрҙе һәм социаль йәһәттән ауыр хәлдә булған балалы ғаиләләрҙе республика ҡаҙнаһынан бүленгән средство иҫәбенә янғын иҫкәрткестәр менән тәьмин итеү ойошторолған. 2018 йылдан был исемлек “2018 йылдың 1 ғинуарынан һуң балалары тыуған ғаиләләр” тигән категория менән тулыланды.
Был янғын иҫкәрткестәрҙең мәлендә сигнал биреүе арҡаһында 295 ғүмер ҡотҡарылды, уларҙың 126-һы балалар.
Бынан тыш, республикала йәшәүселәрҙе үҙҙәренең торлағында үҙаллы янғын иҫкәрткестәр ҡуйырға саҡырабыҙ. Һеҙ был ҡоролманы янғынға ҡаршы ҡорамалдар өсөн махсуслаштырылған магазиндарҙа йәки электр тауарҙары магазиндарында һатып ала алаһығыҙ. Улар ни бары 250 һум ғына тора һәм бик эффектлылар.
Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ, янғын иҫкәрткес ҡуйыу бәлә-ҡазанан һаҡланыуға, һеҙҙең һәм һеҙҙең яҡындарығыҙҙың ғүмерен һаҡлауға реаль ышаныс бирә!