Юлда торған ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәрен, ғәҙәттә, әрләргә күнеккәнбеҙ. Ә бына Өфөнөң Дим трассаһында дежурлыҡ иткән Таһир Ғәзизуллин менән Вячеслав Буравлевтың юлда тороуы баланы үлемдән ҡотҡарған.
Уларҙың патруль машинаһына ҡото осҡан ҡатын йүгереп килә һәм улының аллергия фонындағы бронхит арҡаһында тыны ныҡ ҡыҫыла башлауын хәбәр итә.
ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре йәһәтләп бала менән әсәне машиналарына ултыртып, махсус сигналдарын ҡабыҙып, тиҙ арала дауаханаға алып барып еткерәләр.
Балаға табиптар ярҙам итеп өлгөрә. Ә әсә полиция лейтенанттарына рәхмәт әйтеп бөтә алмай.
Афарин, егеттәр! Бер-беребеҙгә иғтибарлы булайыҡ, дуҫтар! Донъяны ла, кешене лә изгелек ҡотҡара.