Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Декабрь 2019, 20:00

МЕДИЦИНА – УНЫҢ ТӘҒӘЙЕНЛӘНЕШЕ

«Минең биографиям бик ҡыҫҡа: дауахана – өй», тине 1963 йылдан әлегәсә район халҡының һаулыҡ һағында тороусы тәжрибәле табип Резеда Ғимат ҡыҙы Ихсанова.Ярты быуаттан ашыу бер эштә эшләп, үҙе әйтмешләй, донъя балалары булған, табиплыҡ һөнәренән башҡаны күҙ алдына ла килтерә алмаған шәхес.

«Минең биографиям бик ҡыҫҡа: дауахана – өй», тине 1963 йылдан әлегәсә район халҡының һаулыҡ һағында тороусы тәжрибәле табип Резеда Ғимат ҡыҙы Ихсанова.
1924 йылда районыбыҙҙың Иҫке Монасип мәктәбендә уҡытыусы булып эш башлаған атаҡлы уҡытыусылар династияһының башында торған Ихсанов Ғимат Сөләймән улының ҡыҙы ул. Башҡа туғандарынан айырмалы рәүештә, бер үҙе медицина юлынан киткән.
Ярты быуаттан ашыу бер эштә эшләп, үҙе әйтмешләй, донъя балалары булған, табиплыҡ һөнәренән башҡаны күҙ алдына ла килтерә алмаған шәхес.
- Минең донъяға килеүем дә дауаханаға бәйле булыуыма бер ишара. 80 йыл әүәл БАССР Хөкүмәтенең, ҡатын-ҡыҙҙар баланы дауаханаларҙа табырға тейеш, тигән ҡарары сыға. Мин ана шул ҡарарҙың “емеше” инде – Бөрйән район дауаханаһында беренсе булып ауаз һалған сабый. Минең кендек инәйем – акушерка Хөсәйенова Ғәшүрә апай. Мин тыуғанда сатлама һыуыҡ - 42 градус була. Атайым, Ғимат Сөләймән улы, иртәгәһенә әсәйемдең хәлен белергә тип дауаханаға килә – иҙәндә ултырған биҙрәләрҙәге һыуҙар туңған була. Ҡайтып ат егә һалып, бала туңып ҡуйыр, тип, әсәйем менән мине өйгә алып ҡайта. Ул сағында атай Иҫке Собханғол мәктәбе директоры була. Ғаиләлә мин төпсөк бала.
Кендек инәйем Ғәшүрә апайҙы ныҡ яраттым – гел эргәһенә, эш еренә барып йөрөй инем. Уның медицина буйынса китаптарын ҡараштырғылайым, тегенеһен-быныһын һорашам...
Атайымдың бер портфеле булды. Ундай портфелдәрҙе беҙ китаптан ғына күрә инек. Тегегә эй ҡыҙығам бит. Ул ваҡытта атай портфелен стеналағы сөйгә беркетелеп барған гәзиттәр өҫтөнә элеп ҡуя ине. Теге портфелгә күҙем ҡыҙғанын һиҙенгәндер инде: “Ҡыҙым, һин ҙурайғас врач булырһың, һинең дә ошондай портфелең булыр, уның эсенә аҡ халатыңды һалып алып йөрөрһөң”, - тип ҡабатларға ярата торғайны. Атайым да гел шулай тип торғас, Ғәшүрә апайҙың эше лә оҡшағас, минең күңелемдә кескенә саҡтан табип булып кешеләрҙе дауалау теләге яралды. Икенсе һөнәрҙе һайлау тураһында уйламаным да, - ти Резеда Ғимат ҡыҙы.
Материалдың тулыраҡ вариантын "Таң" гәзитенең 20 декабрь һанынан уҡығыҙ.
Читайте нас: