Республика етәксеһе кешеләр үлеменә сәбәпсе булған был йәшерен хәмер һатыу нөктәләре менән көрәштең көсәйтеләсәге хаҡында белдергән. Етештереүселәр хаҡында дөрөҫ мәғлүмәт өсөн – 50 мең һум, сауҙа итеүселәр тураһындағы мәғлүмәт өсөн 2000 һум түләргә ниәтләйҙәр. Конфиденциаллек һәм намыҫлылыҡ гарантиялана, тиелә.
Законһыҙ араҡы һатыусылар менән көрәш әүҙемләшкәндән алып 115 ғүмер һаҡлап алып ҡалынған, 8 йәшерен цех ябылған һәм 70 мең литр самаһы спиртлы эсемлек тартып алынған.
Халҡыбыҙҙың сәләмәтлегенә, хатта ғүмеренә хәүеф менән янаған ялған алкоголь һатыусылар (етештереүселәр) хаҡында БР Дәүләт сауҙа комитетының “Хәүефһеҙ мөхит” (“Безопасная среда”) порталында тәүлек әйләнәһенә йәки 8(347)218-09-87 телефоны буйынса эш көндәрендә 9.00 сәғәттән 19.00 сәғәткә тиклем хәбәр итергә мөмкин.
(Материал “Башинформ” мәғлүмәттәренә таянып Т. БАҺАУЕТДИНОВА әҙерләне).