Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Декабрь 2019, 18:55

ӘБДЕЛМӘМБӘТ УҠЫТЫУСЫЛАРЫНА "АФАРИН"!

Әбделмәмбәт мәктәбе уҡытыусылары быйыл да традициянан тайпылмай коллектив менән "Йәшлек" гәзитенә яҙылды.

Бөрйән районының Әбделмәмбәт мәктәбе башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытытыусыһы Шәфҡәт Юлай улы Ғәлекәев хәбәр итә:
- Мәктәбебеҙҙең һәр яҡтан да әүҙем, сәмсел уҡытыусылары быйыл да традициянан тайпылмай коллектив менән "Йәшлек" гәзитенә яҙылды. "Матбуғат менән дуҫ булһаҡ - эштәребеҙ бара йырлап!", - тигән девиз менән янып эшләүсе уҡытыусылар бар йәһәттән дә өлгө булып тора.
Барығыҙҙы ла етеп килгән байрамдар менән ихлас ҡотлап, киләһе йылдарыбыҙҙың "Йәшлек"ле, йәшлегебеҙҙең ғүмерле булыуын теләйбеҙ.

Фото: "Бәйләнештә" селтәренән
Читайте нас: