Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Декабрь 2019, 20:00

"ДОНЪЯЛАР ИМЕН ТОРҺОН"

Рахманғолова Миңлегөлсөм Мансур ҡыҙы, 1954 йылғы, Брәтәк ауылы:- Оҙаҡ йылдар колхозда эшләп хаҡлы ялға сыҡтым: һыйырын да һауҙым, быҙауын да ҡараным. Уға тиклем Мәләүез ағас эшкәртеү комбинатында 12 йыл эшләнем.

Рахманғолова Миңлегөлсөм Мансур ҡыҙы, 1954 йылғы, Брәтәк ауылы:
- Оҙаҡ йылдар колхозда эшләп хаҡлы ялға сыҡтым: һыйырын да һауҙым, быҙауын да ҡараным. Уға тиклем Мәләүез ағас эшкәртеү комбинатында 12 йыл эшләнем.
Мал тотабыҙ, ат-һыйыр, ваҡ мал да бар, ҡош-ҡорт та етәһе. Бабай 72 йәштә. Ул да (Рафаил) пенсияла. Икебеҙгә 20 мең һум алабыҙ – шөкөр тип кенә ултырабыҙ. Ауылда йәшәгәс, йәшелсә–емешһеҙ ҙә булмай – үҙебеҙгә етәрен әҙерләйбеҙ. Бер бөртөк ҡыҙыбыҙ Сорғот ҡалаһында. Ете йыл инде ике ейәнде көтәбеҙ. Солтан менән Усман уландарыбыҙҙы әле Сабит кейәү килеп алып ҡайтты. Балалар һау булһын да, донъялар имен торһон инде – ошонан айырмаһын.
Читайте нас: