-Медицина өлкәһендә хеҙмәт юлығыҙ нисегерәк башланды?
-11-се синыфты Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика гимназия-интернатында тамамланым. Малай ғына сағымда ҙур ҡалаға баҙнат итеп сығып китеүем тормошта ла, һөнәр һайлауымда ла ыңғай тәьҫир иткәндер. Был мәктәптә уҡыған осорҙа минең табип булам тигән хыялым үҙгәрмәне, ә көсәйҙе генә. Гимназия минең офоғомдо киңәйтте, тормошто төрлө яҡтан күҙәтергә, төрлө күҙлектән ҡарарға өйрәтте, ниндәйҙер һығымталар яһарға мөмкинлек бирҙе.
Гимназияны тамамлағас, 1997 йылда Башҡорт дәүләт медицина университетының дауалау факультетына уҡырға индем. 2003 йылда уҡыу йортон тамамлап, ҡулыма табип дипломы алғас, Өфө ҡалаһының 13-сө дауаханаһында травматология, ортопедия буйынса интернатура үттем.
Тәғәйенләү буйынса Бөрйәнгә эләккән инем, ләкин ул ваҡытта район үҙәк дауаханаһында һөнәрем буйынса ставка булмағанға күрә Өфөлә ҡалырға тура килде.
Бөрйән үҙәк район дауаханаһында практика үткән ваҡытта хирург Р. Вәлиуллин, анестезиолог И. Епифанов, кардиолог Н. Ғәбитов, хирургтар Д. Вәлиуллин һәм У. Ҡаһарманов, М. Йәһүҙин - ошо ағайҙар мине күп нәмәгә өйрәтте. Уларҙың биргән кәңәштәре минең башланғыста ҙур этәргес булды. Шулай уҡ травматолог булып эшләгән Азимов Мадат Азим улына рәхмәтлемен. Уның эше миңә дәрт, үҙемә ышаныу көсө бирҙе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөтәһенең дә исемдәрен хәтерләмәйем, - ти А.Ҡарағолов.
Башҡорт дәүләт медицина университетын һәм интернатураны уңышлы тамамлаған белгескә ҡалала хеҙмәт урыны тиҙ табыла. Ул баш ҡаланың 32-се травмпунктына эшкә урынлаша. Эшләп йөрөгән сағында травматология, ортопедия буйынса ординатурала уҡый.
-“Урал” волейбол командаһына нисек ҡушылып киттегеҙ?
-Мин эшләгән 32-се травмпункт мөдире, яңы «Торос» хоккей командаһы йәш травматологтарҙы, хирургтарҙы йыя, шунда барып ҡарарға теләгең юҡмы, тигәс, барып һөйләштем һәм эшкә урынлаштым. Өс йыл эшләгәс, ул команданан киттем һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһында бер йыл эшләргә тура килде. Артабан Сибайҙа бер йыл операция блогында бүлек мөдире, шул уҡ ваҡытта травматолог-ортопед вазифаһын да башҡарҙым. Һуңынан, 2011 йылда, «Урал» волейбол клубына эшкә саҡырҙылар. “Суперлига–В” командаһы составында эшләгән сағымда беҙ еңеү яуланыҡ. Шунан һуң мине “Суперлига–А” командаһына табип итеп күсерҙеләр. 2014 йылдан алып Суперлига командаһында эшләйем. 2013-2014 йыл сезонында «Өфө» футбол командаһында ла эшләргә тура килде.
Бынан тыш, 2 йыл тирәһе республика ветерандарының госпиталендә лә эшләп өлгөрҙөм.
-“Урал” волейбол командаһында һеҙҙең, табип булараҡ, эшегеҙ нимәнән ғибарәт?
-Волейбол командаһында эш июль айҙарында башлана. Команда йыйылғас, спортсыларҙың һаулығын төрлө яҡлап тикшереү мотлаҡ. Һаулығын ғына түгел, кәйефтәрен дә, кәүҙә ауырлыҡтарын да контролдә тотабыҙ. Берәйһенең һаулыҡ яғынан проблемаһы булһа, дауалайбыҙ, кире ҡайтарған осраҡтар ҙа була.
Минең бурыс – команданың һаулығын контролдә тотоу, ауырыған һәм йәрәхәтләнгән спортсыларҙы тиҙ арала дауалап, аяҡҡа баҫтырыу, допинг ҡуланыуға юл ҡуймау, уларға ниндәй калорийлы аҙыҡ-түлек менән туҡланырға кәрәклеген билдәләү һәм блюдолар менюһы төҙөү.
Уйынсылар һәр ваҡыт һау-сәләмәт булырға тейеш. Команда көнөнә ике тапҡыр күнекмәләргә йөрөй һәм һәр күнекмәгә минең эш бүлмәһе аша үтәләр. Тикшереү һөҙөмтәләренә ҡарап, уйынсыға ниндәй күләмдә спорт күнекмәһе бирергә икәнлеге, уға уйында ҡатнашырға яраймы, юҡмы икәнлеге лә билдәләнә. Күнекмәләр тамамланғандан һуң тағы ла тикшереү үткәрәм. Уйын барышында үҙем тренерҙар штабы менән бергә эскәмйәлә ултырам.
-Сит ҡалаларҙа үткән ярыштарҙа ла команда менән бергә булаһығыҙмы?
-Эйе. Беҙҙең күп ярыштар сит ҡалаларҙа үтә. Шул ваҡыттарҙа ҙур сумкаға кәрәкле дарыуҙар тултырып алабыҙ ҙа команда менән бергә йөрөйбөҙ. Әгәр уйынсы ауырып китһә, дауалайбыҙ, ә ҡайһы бер осраҡтарҙа дауаханаларға ла мөрәжәғәт итергә тура килә. Минең менән бергә тағы ике ярҙамсы массаж яһаусы эшләй. Һәр кемдең үҙ бурыстары билдәле. Һәр уйынсы менән дә шәхсән эш алып барабыҙ.
-Уйынсылар менән эшләүе ҡатмарлымы һәм һеҙҙең ҡарамаҡта нисә кеше?
-Уйынсылар менән яҡшы мөнәсәбәттәбеҙ. Командала улар бөтәһе 14, шуларҙың икәүһе сит илдән - Сербия һәм Болгария йыйылма командаларынан килгәндәр. 9 тренер эшләй һәм уларҙың һәр береһенең үҙ йүнәлеше. Баш тренер Константин Сиденко бер үк ваҡытта Рәсәй йыйылма командаһының да тренеры булып тора. Уның ярҙамсылары: Милан Симойлович - тренер-аналитик, Сербиянан килгән белгес, Сербия йыйылма командаһы тренеры, Сергей Павлюченко - физик әҙерлек буйынса тренер, Украинанан килгән, элек Рәсәйҙең йыйылма командаһын физик яҡтан әҙерләгән ярҙамсыһы, дөйөм физик әҙерлек буйынса тренер Сербиянан килгән, һәм мин үҙем - тренер-табип, спортсмендарҙың һаулыҡ һәм функциональ хәлен контролдә тотоусы.
-Ғаилә мәсьәләһе нисегерәк? Нисә бала тәрбиәләйһегеҙ?
-Тормош иптәшем Гөлфиә менән 2002 йылда Башҡорт дәүләт университетының 1-се ятағына синыфташтарыма ҡунаҡҡа барған ваҡытта таныштыҡ. Мин 6-сы курста уҡығанда өйләнештек. Тәүҙә дөйөм ятаҡта йәшәнек. Һуңынан Өфө эргәһендәге Карпово ауылы янында хөкүмәт тарафынан беҙгә, күп балалы ғаилә булараҡ, ер участкаһы бирелде. Әлеге мәлдә шунда йорт төҙөп йәшәп ятабыҙ.
Гөлфиә үҙе уҡытыусылар династияһынан. Сығышы менән Ейәнсура районының Үрге Муйнаҡ ауылынан. Ул бөгөнгө көндә Өфөнөң һуҡыр һәм насар күреүсе уҡыусылар өсөн 28-се интернат-мәктәбендә инглиз теле уҡытыусыһы булып эшләй.
3 бала тәрбиәләйбеҙ. Оло улыбыҙ Асман 9-сы синыфта уҡый, уға 15 йәш. Уҡыуҙа тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшә, олимпиадаларҙа ла һынатмай. Яңыраҡ Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған конкурста Грант яуланы.
Ҡыҙыбыҙ Яҙгөл 4-се синыфта уҡый, уға 10 йәш. Кесе улыбыҙ Моратҡа 9 йәш, ул 3-сө синыфта уҡый. Балаларҙы ла сәләмәт тормош алып барырға өйрәтәбеҙ, спорт менән шөғөлләнәбеҙ, йөҙөүгә йөрөйбөҙ.
-Тыуған яҡҡа ҡайтып йөрөргә ваҡытығыҙ табыламы?
-Команданың күнекмәләр, уйындар графигы тығыҙ булыу сәбәпле, тыуған яҡҡа йыш ҡайтып йөрөп булмай. Бөрйәнгә, ғәҙәттә, яңы йыл байрамдарында, йәй осоронда ғына ҡайтабыҙ. Ике-өс көнлөк ял тура килһә, уны ла ҡулдан ысҡындырмаҫҡа тырышабыҙ.
Балалар йәйге каникулдарын олатаһы-өләсәһе янында, ауылда үткәрә.
Йыш күрешмәһәк тә, райондаштар менән аралашып торабыҙ. Минән консультация кәрәк булһа, бер кемдең дә һорауын кире ҡаҡҡаным юҡ. Һәр ваҡыт хәлдән килгәнсә ярҙам итергә әҙермен. Һөнәргә бәйле һорауҙар булһа, минең менән интернетта социаль селтәрҙәр аша ла бәйләнешкә сығырға була.
-Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт!