Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Декабрь 2019, 20:00

ЮРИДИК ЯРҘАМ КҮРҺӘТӘ

Рәмил Кинйәбаев - Бөрйәндә эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә ҙур өлөш индергән, райондың йәмғиәт тормошонда ла актив ҡатнашҡан эшҡыуар.

Рәмил Кинйәбаев - Бөрйәндә эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә ҙур өлөш индергән, райондың йәмғиәт тормошонда ла актив ҡатнашҡан эшҡыуар.
Бөгөнгө көндә торлаҡ, ер мәсьәләләре көнүҙәк булып ҡала килә. Р. Кинйәбаев физик һәм юридик шәхестәрҙең милек хоҡуғын рәсмиләштерергә ярҙам итә, хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса консультациялар бирә. Ул үҙе сығышы менән Учалы районы Урал ҡасабаһынан. Белеме буйынса - музыкант. Учалы ҡалаһында музыка училищеһының ҡурай бүлеген тамамлаған, ситтән тороп юридик белем алған тырыш эшҡыуарҙың мәҙәниәт һарайында концерттарҙа сығыш яһағанын да күрергә була. Бөгөнгө көндә ул компетентлы, юридик яҡтан өлгөргән белгестәрҙең береһе.
- Миңә халыҡ төрлө һорауҙар менән килә. Мәҫәлән, берәүҙәрҙең ере, өйө бар, ләкин ул уларға хоҡуғын рәсмиләштермәгән. Ҡайһы берәүҙәр, ҡағыҙ эше менән йөрөргә ваҡытым юҡ, баштан алып эшләп бирегеҙ әле, тип мөрәжәғәт итә. Мин уларҙан кәрәкле документтарын, улар исеменән эш алып барыу өсөн ышаныс ҡағыҙын алып ҡалам да тейешле ведомстволарға мөрәжәғәт итәм. Халыҡ менән аралашыу еңелерәк булһын өсөн, заман талабына ярашлы, ”Бәйләнештә” социаль селтәрендә “Бөрйән районы буйынса йәмәғәт ҡабул итеү” төркөмө булдырғанбыҙ, “ВатсАпп” мобиль ҡушымтаһында ла яҙышабыҙ. Клиенттар өсөн төрлө акциялар уҙғарып торабыҙ. Мәҫәлән, үткән йылда документтарҙы рәсмиләштереү буйынса бер ай дауамында ярты хаҡҡа тиклем ташламалар менән эшләнек. Халыҡ күпләп мөрәжәғәт итә, шул иҫәптән телефон аша ла, – ти эшҡыуар.
Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Ғәзиз Манапов та эшҡыуар тураһында үҙ фекере менән бүлеште:
-Рәмил Рәсих улы эшмәкәрлеген тик үҙ көсө менән генә башлап ебәрә алған эшҡыуарҙарҙың береһе. 2017 йылда Башҡортостан Республикаһында Эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкиленең Бөрйән районы буйынса йәмәғәт ярҙамсыһы вазифаһын уға ышанып тапшырҙыҡ. Ике эшмәкәрлеген дә бөгөнгө көндә уңышлы алып бара. Бер яҡтан, эшҡыуар булараҡ, ул халыҡҡа үҙенең юридик консультациялары менән, килешеүҙәр төҙөү, межалау буйынса, өйгә, ергә хоҡуҡтарын рәсмиләштереү яғынан ярҙам итһә, икенсе яҡтан, ул эшҡыуарҙарға бушлай юридик ярҙам күрһәтә.
Районда быға тиклем эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса эш бик һүлпән бара ине. Бөгөнгө көндә Р. Кинйәбаевтың эше республика кимәлендә лә ыңғай баһалана.
Ғ. Манаповтың Рәмил Рәсих улы тураһындағы фекерен әлеге көндә эшләп йөрөгән эшҡыуарҙар ҙа ҡеүәтләй. “Дакар” шиномонтажы етәксеһе Нияз Намаҙбаев әйтеүенсә, эш башлап йөрөгән сағында ул да күп ҡаршылыҡтарға осраған.
-Документтар менән эшләүе ябай кешегә ҡатмарлы. Закондарҙың йыш үҙгәреп тороуы ла, юридик яҡтан белемдең самалы булыуы ла бик күп уңайһыҙлыҡтар тыуҙырҙы. Шул ваҡытта Рәмил Кинйәбаевтың ярҙамы ҙур булды. Бик ябай, шул уҡ ваҡытта үҙ эшен төплө белгән белгес ул. Бер ваҡытта ла «ваҡыт юҡ» тигәнен ишетмәнем, һәр ваҡыт консультация менән ярҙам итергә әҙер. Дөрөҫөн әйткәндә, унһыҙ мин эшҡыуарлыҡ эшен ваҡытында башлай алмаҫ инем. Бөгөнгө көндә лә күп мәсьәләләрҙә уның менән кәңәшләшәм, - ти Н. Намаҙбаев.
Р. Кинйәбаев ябай халыҡҡа һәм эшҡыуарҙарға юридик ярҙам күрһәтеүҙән тыш Иҫке Собханғол ауылында үҙенең «Спорт тауарҙары һәм уйынсыҡтар» магазинын да тота.
-Магазинды 2015 йылдың август айында астыҡ. Төрлө спорт менән шөғөлләнеү әйберҙәре, балыҡсылар өсөн кәрәк-яраҡтар, ҡышҡы уйын ҡорамалдары, канцелярия тауарҙары, балалар өсөн уйынсыҡтар һәм төрлө кәрәкле әйберҙәр менән һатыу итәбеҙ. Тауарҙарҙы үҙебеҙ алып ҡайтабыҙ. Ҡатыным Элина - һатыусы.
Магазин исеменән ҡулланыусылар араһында конкурстар үткәреп торабыҙ. Үткән аҙнала бүләктәр уйнаттыҡ. Еңеүселәргә саңғы, сәкән һәм шыуғыс тапшырылды, - ти эшҡыуар.
Читайте нас: