14 декабрь – Башҡорт теле көнө. Республика етәксеһе Радий Хәбиров ошо туралағы Указға ҡул ҡуйҙы. Халҡыбыҙҙы уҡырға, ғилем алырға өндәгән Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнө бынан ары Башҡорт теле көнө булараҡ билдәләнәсәк. Афарин!
Хоҙай биргән хазинам ул -
Телкәйем.
Күңелемә һәр ынйыһын
Теркәйем.
Әсәйемдән күскән миңә
Нур булып.
Көс алыр ҙа, йәнә сығыр
Урғылып.
Башҡортомдоң мөһөрө ул,
Рух заңы.
Алмаштырмаҫ уны инглиз,
Руссаһы.
Ғаризалар яҙып унан
Биҙмәйек.
Балаларға һеңдерер юл
Эҙләйек.
Хоҙай биргән ниғмәттең тел
Олоһо.
Йөҙ сөйөрмә унан, башҡорт
Балаһы!