Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Декабрь 2019, 18:00

ТОҒРОЛОҠ

Әйтер һүҙем кеше заты түгел, хайуандар турында.Атайым, үлерҙән алда, райпола заготавитель булып эшләне - кешенән йөн, тире-маҙар, макулатура йыйҙы.

Әйтер һүҙем кеше заты түгел, хайуандар турында.
Атайым, үлерҙән алда, райпола заготавитель булып эшләне - кешенән йөн, тире-маҙар, макулатура йыйҙы.
Сивка тигән бейәһе булды. Шул хәтлем һөтө күп булып, көнөнә 4-5 литр ҡымыҙ бешеп ала инек. Уның Казбек тигән ҡолоно ла булды. Йәйгеһен бесән мәлендә күмерле усаҡҡа ятып, тиреһе янып, яраһы саҡ төҙәлде.
Атайым яман сиргә тәл булып түшәккә ятҡас, теге Сивка ҡолоно менән ғәйеп булды ла ҡуйҙы. Эҙләп тә тапманылар. Атайҙы июндең 27 ҡуйҙыҡ. Ҡоро йәй булып, ошо көндә ҡойоп ямғыр яуҙы. Атайҙы ҡуйырға тип тау башына алып киткәс, теге Сивка ҡолоно менән пәйҙә булды. Кәфендәге хужаһы эргәһенә барып түгелеп иланы. Йәше юлаҡ-юлаҡ булып аҡты. Аттың илағанын тәүгә күрҙем. Атайым бик мал йәнле ине - хөкүмәт аттарын да үҙенең балларынан артыҡ күреп ҡараны...
Тағы. Атайымдың Муйнаҡ тигән эте бар ине. Атай үлгәс, ул да ғәйеп булды. Иртәгәһенә зыяратҡа барһаҡ, теге ҡәберҙе соҡоп ҡаҙып ташлаған һәптеюҡ. Илап, бошоноп йөрөнө лә, тамағына ла йүнләп ашамай, бер көн кәбән төбөндә үлеп ятҡан.
Бер апайҙы беләм. Яңғыҙ ғына бер улын ҙур ауырлыҡ менән үҫтерҙе. Ныҡ әпәүләне, яратты. Тегеһе ике тапҡыр өйләнеп ҡараны. Килене лә, үҙе лә (улы) ныҡ эстеләр. Апайҙың иптәшкә бер бесәйе бар ине. Былай аҡса ала алмағас, теге килене хәйләгә барҙы - теге апайҙың бесәйен урлай ҙа, бер самогонлыҡ аҡса дауайлай. Теге бахыр, бесәйен ныҡ яратҡас ҡалайтһын - килененән аҡсаға һатып ала.
Теге апай ҙа үлеп китте. Бесәйе, ҡайғырып, өйгә лә инмәне. Килен ҡарала көйөп ултырҙы - теге бесәйҙе урлап кемгә һата инде?