Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Декабрь 2019, 20:05

ҮҘЕБЕҘҘӘН ТОРА

Яңы Монасип ауылында урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында ҡатнашыу буйынса өс йыйылыш үтте.

Яңы Монасип ауылында урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында ҡатнашыу буйынса өс йыйылыш үтте. Тәүгеһендә халыҡ араһында һораулама үткәрелде. Икенсе йыйылышта 2020 йылда программала ҡатнашасаҡ проект һайлап алынды.
Ауыл имамы Вәхит Ҡыуандыҡов зыяратты төҙөкләндереү буйынса тәҡдим индерҙе. Зөһрә Көнәфина юлдарҙы төҙөкләндереү кәрәклеген әйтһә, мәктәп директоры Р. Вәлиева быйыл “Берҙәм Рәсәй” партияһының «Реаль эштәр» программаһына ярашлы мәктәптең ҡыйығының яртыһы алмаштырылыуын әйтеп, ҡалған яртыһын да алмаштырып ҡуйғанда яҡшы булыр ине, тигән тәҡдим индерҙе. Ул мәктәп баҡсаһының да иҫке булыуын, алмаштырыу кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Йыйылышҡа әүҙем генә килгән халыҡ зыяратты кәртәләү тәҡдименә ҡушылды. Программала еңеп сығып, уны тормошҡа ашырыу үҙебеҙҙән тора.
Читайте нас: