Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Декабрь 2019, 20:00

КИЛДЕҒОЛДАР МӘСЕТЛЕ БУЛДЫ!

5 декабрҙә Килдеғолда Аллаһ йорто асылып, ауыл халҡы ғына түгел, килдеғолдарҙың ҙур шатлығын уртаҡлашырға килгәндәр ҙә байрам кәйефенә сорналды.

5 декабрҙә Килдеғолда Аллаһ йорто асылып, ауыл халҡы ғына түгел, килдеғолдарҙың ҙур шатлығын уртаҡлашырға килгәндәр ҙә байрам кәйефенә сорналды.
Мәсет асыу тантанаһына район хакимиәтенән вәкил булараҡ Азат Фәтхетдинов, Марсель Ғүмәровтар, райондың имам-мөхтәсибе Рәсүл хәҙрәт Мөхәмәдйәнов, күрше Белорет районының имам-мөхтәсибе Исмәғил хәҙрәт Мөхәмәдйәнов, Силәбе өлкәһе Ҡыҙыл районынан имам-хатиб, ошо ауыл кейәүе Әхиәр хәҙрәт Әбсәләмов, районыбыҙ ауылдары мәсеттәренең бөтә имам-хатибтары тиерлек килгәйне. Ауылдаштарының ҙур ҡыуанысын уртаҡлашырға, быуат ваҡиғаһы булырҙай тарихи сарала ҡатнашырға тип ҡайтҡан килдеғолдар ҙа бихисап.
Район кимәлендәге балалар араһында Ҡөрьән сүрәләрен ятлау буйынса “Иман нуры” конкурсында даими призлы урындар алып йөрөүсе уҡыусы Баязит Билалов аҙан әйтеп ебәргәс, Баязит, Байморат, Сәлим Билаловтар Ҡөрьән сүрәләрен ятҡа уҡып ишеттерҙе.
Ал таҫманы киҫеп, Аллаһ йортон асыу хоҡуғы А. Фәтхетдинов, М. Ғүмәров, райондың имам-мөхтәсибе Р. Мөхәмәдйәновтарға бирелде.
Мәсет төҙөлөшө өсөн көсөн, ваҡытын йәлләмәгән ауыл активистарына район хакимиәте һәм Советының Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Марсель Вәли улы мәсет төҙөйөм тип янып йөрөгөн ауылдың имам-хатибы Вәкил Көмөшбаевҡа район хакимиәте һәм Советының Маҡтау ҡағыҙын тапшырҙы. Радик Ҡорманғолов, Вәғиз Миндеғолов, Вил Яхин, Ильяс Баязитов, Рәйлә Миндеғолова, Вәхит Идалин, Кәрим Исҡужин, Мәүлиха Көмөшбаева, Һауа Юламанова, Римма Көмөшбаевалар район хакимиәте һәм Советының Рәхмәт хаттарына лайыҡ булды.
Артабан ҡотлауҙар мәсет эсендә дауам итте.
Ауыл ағинәйе Ғәлимә Шәрәфуллина ауылдарындағы мәсеттәр тарихын бик тәфсилләп бәйән итте.
Райондың имам-мөхтәсибе Рәсүл хәҙрәт Ҡөрьән аяттарына, хәҙистәргә таянып мәсет төҙөүҙең ниндәй сауаплы ғәмәл икәнлеге, уның эшмәкәрлеге ошо ауыл халҡына бәйле булыуы хаҡында бик эстәлекле вәғәз һөйләне.
Белорет ҡалаһы һәм районының имам-мөхтәсибе Исмәғил хәҙрәт тә килдеғолдарға үҙ теләктәрен еткерҙе.
Шуныһы ҡыҙыҡ – сараға килгән имамдарҙың бишәүһе ошо ауыл кейәүе булып сыҡты. Имамдарҙың иң олоһо, Байназар мәсетенең имам-хатибы Ғизетдин апа Алтынбаевтың да әйтер һүҙе тос булды. “Ҡартайып китеп, мәсетте тапшырғайным, кире йәшәреп китеп йөрөп ятам”, - тине Килдеғол кейәүе булған аҡһаҡал.
Ауылдары иман йортло булыуға буш килмәгән килдеғолдар - мәсеткә әллә нисәмә сәй сервизы, баҡырса, самауыр, кәстрүл, табағына тиклем бүләк булды. Иң күп һанлы һәм баһаһыҙ бүләк – Ҡөрьән-Кәримдәр ине.
Имам-мөхтәсибебеҙгә эйәреп өйлә намаҙын уҡығас, сараға йыйылған халыҡ дәррәү ауыл мәҙәниәте йортона күтәрелде. Унда ауылдың әүҙем ҡатын-ҡыҙҙары ҡаҙандар тултырып аш бешереп, мул һыйлы табын әҙерләп көтә ине. Мәсет асылыу хөрмәтенә ауылдаштары Сәғит Билалов, Ильяс Баязитов, Кәрим Исҡужиндар Аллаһ ризалығы өсөн ғаиләләре исеменән ҡорбан салдырған.
Ҡөрьән уҡып, доға ҡылғас, йәмәғәт ҡорбан ашы менән һыйланды, килдеғолдарҙың һый-ниғмәтенән ауыҙ итте.
Эйе, районыбыҙҙың иң матур, төҙөк ауылдарынан һаналған килдеғолдар ҙа, Аллаһ ярҙамы, дөйөм тырышлыҡ менән мәсетле – бәхетле булды. Иман йорто ауылға ҡот һәм бәрәкәт , ғилем алыу, таратыу үҙәге булып быуаттарға етһен – иманлы, итәғәтле киләсәгебеҙҙе тәрбиәләһен!
Читайте нас: