Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Декабрь 2019, 08:39

РӘХМӘТ ҺЕҘГӘ, РӨСТӘМ ДИНИСЛАМ УЛЫ!

Район хакимиәте башлығы Рөстәм Динислам улы Шәриповты Хәйбулла районы хакимиәте башлығы итеп ҡуйыуҙары хаҡындағы хәбәр беҙҙе шаҡ ҡатырҙы, тиһәк тә арттырыу булмаҫ. Гәзиттә эшләгәс, “Ашаған белмәй, тураған белә” тигән мәҡәл һымаҡ, Рөстәм Динислам улының “турағандарын” күреп-ишетеп-белеп йөрөнөк. Халыҡ күргәне уның айсбергтың өҫтө генә.

Район хакимиәте башлығы Рөстәм Динислам улы Шәриповты Хәйбулла районы хакимиәте башлығы итеп ҡуйыуҙары хаҡындағы хәбәр беҙҙе шаҡ ҡатырҙы, тиһәк тә арттырыу булмаҫ. Гәзиттә эшләгәс, “Ашаған белмәй, тураған белә” тигән мәҡәл һымаҡ, Рөстәм Динислам улының “турағандарын” күреп-ишетеп-белеп йөрөнөк. Халыҡ күргәне уның айсбергтың өҫтө генә. Һәр матур яңылыҡ артында күпме хеҙмәт, һөйләшеүҙәр, нервы, йүнселлек ятыуы хаҡында барыбыҙ ҙа уйлап та бөтмәйбеҙ.
Рөстәм Динислам улы, йәш булһа ла, аҡыллы, кеше менән илтифатлы булыуы, ябай халыҡты ихтирам итә, төптән уйлап эш итә белеүе менән тиҙ арала хөрмәт яуланы. Үҙен тейеш ерендә ҡәтғи һүҙен әйтә белгән, кәрәк ерендә дәртләндереп ебәреүсе етәксе итеп күрһәтте.
Теге йәки был мәсьәләлә алтын урталыҡты таба белеүе һәр саҡ һоҡландыра килде. Уның ике телдә лә шартлатып, ҡағыҙға ҡарамай ғына яһаған сығыштары үҙе бер матур тамаша һымаҡ ҡабул ителә.
Район гәзитенә лә бик иғтибарлы, унда эшләгәндәргә ихтирамлы булды район етәксеһе. Үҙебеҙ хәл итә алмаған һәр проблемабыҙ менән уға мөрәжәғәт итә һәм яуап та, яҡлау ҙа таба килдек. Теге йәки был осраҡтарҙа дөрөҫ йүнәлеш күрһәтеп тә ебәрҙе.
Хөрмәтле Рөстәм Динислам улы! Һеҙгә оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ һәм киләсәктә лә эштәрегеҙҙең гел уң булыуын, бөтә хыял-маҡсаттарығыҙға өлгәшеүегеҙҙе, иң мөһиме, ҡайҙа йөрөһәгеҙ ҙә Бөрйән егете булып ҡалыуығыҙҙы теләйбеҙ!
Һеҙҙең киләсәктә лә шулай кешелекле, кеселекле, ябай кешегә ихтирамлы, Бөрйәндең партиоты булып йәшәрегеҙгә иманыбыҙ камил!
Ир-егеттең кемлеге
Ил эшендә һынала.
Кешелекле етәксе
Халҡы менән тын ала.
Матур эшегеҙ менән
Биҙәгеҙ һеҙ ил йөҙөн.
Һеҙҙәй ирҙәр бик кәрәк
Төйәгебеҙгә бөгөн!
Ир-егеттең юлдашы -
Тәүәккәллек, тигәндәр.
Ир кешенең кемлеген
Һынаған да белгәндәр.
Ирмен тигән ирҙәрҙең
Һүҙе менән эше бер.
Ысын ирҙәр мин, тимәҫ,
Ысын ирҙәр илем, тир.
Ир таяныр иленә,
Иле уны күтәрер.
Ысын ирҙәр ил хәлен
Йөрәгенән үткәрер.
Ир уңғаны булдығыҙ,
Ил уңғаны булығыҙ!
Һеҙгә - матур теләктәр -
Үргә булһын юлығыҙ!
Читайте нас: