Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Декабрь 2019, 12:00

«ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК АҘНАҺЫ» ОПЕРАЦИЯҺЫ ҮТТЕ

Үҙйөрөшлө машиналарҙы һәм уларға тағылмаларҙы файҙаланыу ваҡытында юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген һәм хәүефһеҙлек техникаһын тәьмин итеү, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау маҡсатында профилактик саралар йыл дауамында даими рәүештә үткәрелә килә.

Был йүнәлештә дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһының эше туҡтағаны юҡ.
Күптән түгел Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә Дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы тарафынан «Хәүефһеҙлек аҙнаһы» профилактик декаднигы иғлан ителгән ине. Сара Башҡортостан Республикаһының урман хужалығы министрлығы һәм Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһы буйынса эске эштәр министрлығы менән берлектә үткәрелде.
21 ноябрҙә операция сиктәрендә рейд Аҫҡар ауыл биләмәһендә үтте. Унда дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһының Бөрйән районы буйынса баш инженер-инспекторы Салауат Ишморатов 5 берәмек техниканы тикшерҙе. Тикшереү ваҡытында үҙйөрөшлө техникаларҙы файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡтары булманы.
Аҫҡар ауылынан С. Ғәбиҙуллин Т-40 тракторында утынға китеп бара ине. Инспектор, бөтәһенән элек, уның документтары булыу-булмауы менән ҡыҙыҡһынды.
Тулыраҡ вариантын "Таң" гәзитенең 3 декабрь һанынан уҡығыҙ.
Читайте нас: