Бөгөн үгәй түгел, ҡартайған үҙ атаһын, әсәһен ҡарамағандар булғанда, үгәй атаһын үҙ тәрбиәһенә алып, түшәк тартып ятҡан кешене бала кеүек баҡҡан райондаштарыбыҙ ҙа бар.
«Байназарҙың Истамкиндар яғында нисә йыл инде үгәй атаһын ҡарап, тәрбиәләп тороусы Ләләбеҙҙе яҙығыҙ әле», тип ҡолаҡҡа төшөрөп киткәйне ауылдың бер ағинәйе.
Ләлә Фәйезованың яңы өйөн эҙләп, Истамкиндағы өс яңы өйгә һуғылдыҡ. Ниһайәт, бер ҡапҡа эсендә ике өй булған хужалыҡтабыҙ. Ишек шаҡып бәләкәй өйгә инәбеҙ. Өй йылы, таҙа, иҙәндә электр йылытҡыс эшләп ултыра, өҫтәлдә дарыу-фәлән күренә. Карауатта оло ғына ағай ята.
Һөйләшер кеше булмағас, тышҡа сығабыҙ. Ләләнең Байназар дауаханаһында ашнаҡсы булыуын ишеткәс, дауаханаға барып та тап итә алмайбыҙ әле мәҡәлә геройын – Иҙел аша тураға ҡайтырға сыҡҡан. Балалар баҡсаһындағы бер сараға ашығыуы икән.
- Ҡуй, мине ниңә гәзиткә яҙырға, мин бер ниндәй геройлыҡ эшләмәгәнмен”, - тип ҡырталаша әле ул. Телдең бөтә мөмкинлектәрен эшкә егеп әжеүәләй торғас, бер-ике ауыҙ һүҙҙе ауыҙынан тартып алырға ирештек.
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 3 декабрь һанында уҡығыҙ.