Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Ноябрь 2019, 12:16

САМАУЫР ШЫЖЛАНЫ, БАЙРАМ ГӨРЛӘНЕ

Район үҙәгендә Әсә көнө айҡанлы матур сара - “Самауыр шыжлай, байрам гөрләй” исемле самауыр байрамы үтте.

Район үҙәгендә Әсә көнө айҡанлы матур сара -
“Самауыр шыжлай, байрам гөрләй” исемле самауыр байрамы үтте.
Байрамға Ҡолғана ауылының ветерандар советы етәксеһе Зәйтүнә Айытбаева етәкселегендәге “Теастан” командаһы, Ғәҙелгәрәйҙән Мәрйенбикә Байегетова етәкселегендәге “Йәнбикә” ағинәйҙәр ансамбле, Килдеғолдан Сажиҙә Билалова етәкселегендәге “Килдеғол килендәре” командаһы, Иҫке Собханғолдан Һибәт Ишкилдин урамы хужабикәләренең “Һибәт ҡарт килендәре” командаһы, “Мираҫ” халыҡ фольклор, “Инсебикә” халыҡ вокаль ансамблдәре ихлас әҙерләнеп килгән ине.
Иҫке Собханғол ауыл хакимиәте башлығы Р. Шахниязов, сараны асып, барлыҡ әсәләрҙе байрам менән ҡотлап:
- Әсәләрҙең күңелен ҡайғы баҫмаһын, сабыйҙарҙың киләсәге яҡты булһын, һәр тыуған сабый аталы-әсәле булып үҫһен, - тине.
Байрам булғас, самауыр, һис шикһеҙ, сәхнә, табын күрке булырға тейеш.  Гөлсөм Байназарова эшләгән ҙур самауыр сәхнә түрендә урын алды, өҫтәлдәрҙә лә самауырҙар балҡып ултырҙы.
Сара башында самауырҙың килеп сығыу тарихы, тамырҙары менән башҡорт халҡына барып тоташыуы хаҡында әйтелде.
- Рәсәйгә самауырҙы Петр I Голландиянан алып ҡайтҡан тигән легенда бар. Ысынбарлыҡта иһә самауырҙар Петр батша үлгәндән һуң ярты быуат үткәс күренә башлай. Рәсәйҙә тәүге самауырҙы Уралда эшләйҙәр. Самауырҙың тыуған ере Тула тип иҫәпләнһә лә, тарихи факттар уның тәү тапҡыр Суксун ҡалаһында эшләнеүен раҫлай, - тип алып барыусы Ғ. Мәзитова тарихи мәғлүмәттәр менән таныштырҙы. 
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 29 ноябрь һанынан уҡығыҙ.
Читайте нас: