Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Ноябрь 2019, 20:00

"КЕШЕ ТЫУҒАНДАН АЛЫП ТИК ЯҠШЫЛЫҠ ҠЫНА ЭШЛӘРГӘ ТЫРЫШЫРҒА ТЕЙЕШ"

Республика кимәлендә дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре булараҡ киң билдәле яҡташыбыҙ, Ғәлиәкбәр ауылында тыуып, Нөгөш һыуҙарын һыулап үҫкән Исмәғил Әхмәҙулла улы Ғәбитов – республикабыҙҙы һәм районыбыҙҙы үҫтереү өсөн ҙур көс һалған олуғ шәхестәрҙең береһе.

Республика кимәлендә дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре булараҡ киң билдәле яҡташыбыҙ, Ғәлиәкбәр ауылында тыуып, Нөгөш һыуҙарын һыулап үҫкән Исмәғил Әхмәҙулла улы Ғәбитов – республикабыҙҙы һәм районыбыҙҙы үҫтереү өсөн ҙур көс һалған олуғ шәхестәрҙең береһе.
- Донъяға тыуғандан алып һәр кеше, тәүҙә ата-әсәһенең ярҙамы менән, аҙаҡ үҙ көсө менән, тыуған ауылына, тыуған еренә яҡшылыҡ ҡына эшләргә тырышырға тейеш. Бәләкәстән китаптар уҡып, спорт менән шөғөлләнеп, үҙеңде аҡыл яғынан да, физик яҡтан да әҙерләп үҫергә кәрәк. Ныҡышмал, тырыш, иғтибарлы булыу, нимәнелер кешенән көтөп ултырмай, әммә кәрәк икән, кәңәшләшеп, үҙең эшләргә тырышыу уңышҡа ирешергә ярҙам итә. Шәхсән мине тәрбиәләүҙә, атай-әсәйемдән тыш, 6 йәшкә тиклем олатай-өләсәйҙең дә тәрбиәһе ҙур роль уйнағандыр.
- Тормош ауыр түгел ул. Әгәр кешенең ғаиләһе, йәшәр урыны бар икән, ул һәр ваҡыт яҡшыраҡ йәшәргә тырышырға, яңынан-яңы үрҙәргә ынтылырға, кемдәндер нимәлер көтөп ултырмаҫҡа тейеш. Мәҫәлән, ауыл ерҙәрендә ҡасан магазинға икмәк, картуф килтерәләр икән, тип көтөп ултырыу һис дөрөҫ түгел, һәр кем үҙенең өйөндә, ерендә эшләргә бурыслы. Аҡса әҙ бит, тигән һүҙҙәр булырға тейеш түгел, һәйбәт итеп эшләйһең, тырышаһың икән, аҡсаһы ла була ул. Һәр ваҡыт ныҡышмал булырға, ҡыйынлыҡтарҙан ҡурҡмаҫҡа өйрәнергә, шул уҡ ваҡытта ауыр хәлдәрҙә ҡалыусыларға ярҙам ҡулы һуҙып торорға кәрәк, - ти Исмәғил Әхмәҙулла улы.
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 29 ноябрь һанынан уҡығыҙ.
Читайте нас: