Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Ноябрь 2019, 12:00

ХАЛЫҠ-АРА ИНВАЛИДТАР КӨНӨ

Райондың барлыҡ ауылдарында ла был көндә урындағы депутаттар, эшҡыуарҙар, етәкселәр ҡатнашлығында ошо датаға арналған саралар үтә. Уларҙа район хакимиәте вәкилдәре лә ҡатнаша.

Райондың барлыҡ ауылдарында ла был көндә урындағы депутаттар, эшҡыуарҙар, етәкселәр ҡатнашлығында ошо датаға арналған саралар үтә. Уларҙа район хакимиәте вәкилдәре лә ҡатнаша.
Инвалидтарға медицина ярҙамы күрһәтелә, улар тейешле түләүҙәрҙе лә ваҡытында алып тора. Мөмкинлектәре сикләнгән граждандарға башҡа ярҙам саралары ла ғәмәлгә ашырыла. Мәҫәлән, улар шифаханаларҙа бушлай һаулығын нығыта ала, шулай уҡ мохтажлыҡтары булған инвалидтар реабилитацияның техник средстволары менән тәьмин ителә.
3 декабрҙә 11.00 сәғәттә “Урал” ФОК-ында мөмкинлектәре сикләнгән ололар һәм балалар араһында спорт саралары ойошторола. Программала: дартс, баскетбол кәрзиненә туп ырғытыу, шашка, мәргәнлеккә һынау. Сәй табыны ҡаралған.
Бушлай бассейнда һыу инеү мөмкинлеге лә бар.
Читайте нас: