Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Ноябрь 2019, 20:00

МАЛ ТАПМАҒАН ЕГЕТ БУЛМАҪ

Брәтәк ауылының Тау урамында бынамын тигән донъя төҙөп, ғаиләһенә терәк һәм кәрәк булып йәшәп ятыусы Айсар Ситдиҡовҡа афариндан башҡа ни әйтәһең инде – өйө хан һарайындай, өй эсендә ҡатынына заман уңайлыҡтары тыуҙырған, үҙенә алмашҡа бынамын тигән өс уланы үҫеп килә, эш юҡ, тип зарланмай, эшҡыуарлыҡҡа ла тотонған.

Бал тапмаған ҡорт булмаҫ, мал тапмаған егет булмаҫ, ти халыҡ.
Брәтәк ауылының Тау урамында бынамын тигән донъя төҙөп, ғаиләһенә терәк һәм кәрәк булып йәшәп ятыусы Айсар Ситдиҡовҡа афариндан башҡа ни әйтәһең инде – өйө хан һарайындай, өй эсендә ҡатынына заман уңайлыҡтары тыуҙырған, үҙенә алмашҡа бынамын тигән өс уланы үҫеп килә, эш юҡ, тип зарланмай, эшҡыуарлыҡҡа ла тотонған.
- 2008 йылда беҙгә дәүләт ярҙамы булараҡ йорт төҙөүгә субсидия сыҡты. Ул осор Айсар “Юлдашев” КФХ-һында эшләй ине әле, яйлап донъябыҙҙы төҙөп бөттөк, -ти Нурания.
Эйе, Ситдиҡовтар заманға зарланып, кемдәндер сәбәп эҙләп ултыра торған кешеләр түгел. Ана бит, балалар баҡсаһында эшләп декрет ялына сыҡһа ла, бәләкәс Сыңғыҙы әле итәгенә генә йәбешеп йөрөр мәлен кисерһә лә, ир тапҡанға иш булһын, тип, өс ай элек асҡан магазиндарында ла һатыу итеп өлгөрә бөтмөр хужабикә, донъяһын да көтә, аш-һыуын әҙерләргә лә, малын ҡарарға ла ваҡыт таба.
- 2005 йылда, Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу техникумын тамамлап, ауыл мәҙәниәт йортона эшкә килгәйнем. Бында мине эш кенә түгел, икенсе яртым да көтөп торған. 2007 йылда ғаилә ҡороп, парлы тормош менән йәшәп алып киттек. Бер-бер артлы улдарыбыҙ Алмаз, Илназ, Сыңғыҙ тыуҙы. Өлкәндәре инде ҡул араһына инеп, атаһының, минең төп ярҙамсыларыбыҙ, Сыңғыҙ ғына әле бөтәбеҙҙе үҙ ҡурайына бейетер саҡта. Балалар баҡсаһына эшкә ингәс, тәрбиәсе һөнәренә уҡып, юғары белем алдым, -ти Нурания.
Оҫта ҡуллы Айсарға донъя төҙөү әллә ни ауырҙан булмаған – кем әйтмешләй, күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй. Ишле итеп мал-тыуар көтәләр, күп итеп йәшелсә-емеш үҫтерәләр Ситдиҡовтар. Өй янындағы дәү теплицанан ғына ла мул уңыш алғандар. Урман эргәлә булғас, емеш-еләккә ҡырға китәһе түгел – Нурания ҡышҡа етерлек емеш-еләген яҡындан ғына йыйып, туңдырғысҡа һалған.
- Тауарҙы, башлыса, Белореттан ташыйбыҙ, эшебеҙ ыңғайлап китер, тигән өмөттәбеҙ, - ти Айсар.
Эйе, ике уңған пар килһә, ырыҫ яуыр, тип тиккә әйтмәйҙәр шул – Брәтәк уңғандары Ситдиҡовтар ошоно эше, йәшәйеш-торошо менән раҫлай.
Читайте нас: