Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Ноябрь 2019, 16:00

ЙӘН ӨРӘ УЛ ЯБАЙ АҒАСҠА

Яуымбай ауылынан ағас оҫтаһы Латыпов Рәил Мирза улы күптәргә таныш.

Яуымбай ауылынан ағас оҫтаһы Латыпов Рәил Мирза улы күптәргә таныш.
- Атайым балта оҫтаһы булды. Өлкән прораб та булып эшләне, бәлки, шунан киләлер оҫталыҡ, – ти Рәил Мирза улы.
Армиянан ҡайтҡас, Стәрлетамаҡ техникумында рәссамлыҡҡа уҡый ул. Яуымбай ауыл клубында рәссам-биҙәүсе була, аҙаҡ мәктәптә рәсем, хеҙмәт, технология, һыҙма дәрестәренән уҡыта.
- Һәйбәт уҡыттым тип әйтә алам. Хеҙмәт, рәсем уҡытыусыһы һөнәрен һайлаусы уҡыусыларым бар. Мәктәптә эшләгән ваҡытта йыл һайын БСТ каналынан килеп төшөрөп, балаларҙың эшләгән эштәрен яңылыҡтарҙа күрһәтә торғайнылар. Әлеге мәлдә лә күп кенә ҡул эштәремде төрлө күргәҙмәләргә алып йөрөйҙәр. Буш ваҡыттарымда үҙем дә алып сығам.
Заказға һандыҡ, тәҙрә яҡтауҙары, ишектәр эшләтәләр. Һәр кешегә биҙәкте уның теләген, уйын иҫәпкә алып эшләйем. Эшләгән биҙәкте ҡабатларға тырышмайым, – ти Рәил ағай, бер ҡумта һаҡланған биҙәктәрен күрһәтеп. Әлбиттә, Рәил ағайҙың зауыҡ менән эшләгән эштәре бер кемде лә битараф ҡалдырмайҙыр.
Әлеге мәлдә Мораҙым, Тимер, Яңы Собханғол ауылдарынан йүкә ағастары алдырып киптерергә ҡуйған. Киләсәктә уларҙан күпләп күнәсек эшләү, уларға башҡорт тамғалары һалыу уйы менән дә бүлеште.
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 26 ноябрь һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: