Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Ноябрь 2019, 11:00

ХӨРМӘТЛЕ ҠАТЫН-ҠЫҘҘАР! ҠӘҘЕРЛЕ ӘСӘЙҘӘР ҺӘМ ӨЛӘСӘЙҘӘР!

Һеҙҙе донъялағы иң матур һәм йылы байрамдарҙың береһе – Әсә көнө менән ҡайнар ҡотлайым!

Һеҙҙе донъялағы иң матур һәм йылы байрамдарҙың береһе – Әсә көнө менән ҡайнар ҡотлайым!
Һәр беребеҙ өсөн Әсә – иң ҡәҙерле, изге һәм һөйкөмлө зат, ғаилә һәм йәмәғәт өсөн ышаныслы таяныс. Сабыйына яҡты донъя бүләк итеүсе, уның өсөн бөтә ғүмерен бағышлаусы әсәйҙәребеҙ булыуы менән тормош яҡты һәм матур. Ҡәҙерле кешебеҙҙең йылы һүҙҙәрен, ярҙамын тойоп йәшәйбеҙ, хәстәрлекле ҡулдарының ҡәҙерен беләбеҙ.
Әсәйҙәр өй йылыһын, ғаилә усағын һаҡлауҙан тыш, ир-егеттәр менән бер рәттән күп өлкәләрҙә тырышып хеҙмәт итәләр. Милләтебеҙҙе һаҡлау, оло һөйөү менән ул һәм ҡыҙҙар тәрбиәләү буйынса әсәйҙәрҙең хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ.
Ҡәҙерле әсәйҙәр! Матур байрам уңайынан Һеҙгә оло ихтирамыбыҙҙы белдерәбеҙ, сикһеҙ һөйөүегеҙ, сабырлығығыҙ һәм тормош аҡылығыҙ өсөн рәхмәттәр әйтәбеҙ. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, шатлыҡлы көндәр, аҡ бәхеттәр һәм ғаилә именлеге теләйем!
Читайте нас: