Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Ноябрь 2019, 11:13

11 БАЛАМ - АЛЛАҺ БИРГӘН БҮЛӘК

Тау урамында матур итеп йорт һалып, балалар ишәйеү сәбәпле төкәтмәгә тотонған Фәхрийәновтарҙың өйөнә барып ингәс, беҙҙе шау-шыу, замананың “теҙгенләп булмай” торған балалары ҡаршы алыр, тип уйлағайныҡ. Яңылышҡанбыҙ. Сымыры йортта беҙҙе тыныс тормош, әҙәпле балалар, кескенә сабыйын ҡосаҡлаған йәш әсә ҡаршы алды.

Биш-алты бала компьютер өҫтәле тирәләй ултырған да, тыныс ҡына йәнһүрәт ҡарай, әйтерһең, теге әкиәттәге тирмәкәйгә йыйылған ғәм инде. Ишек асылғас, барыһы берҙәм беҙҙең яҡҡа ҡарап һаулыҡ һораштылар ҙа, эштәре бик ҡаты кешеләрҙәй, кире экранға йомолдолар. Тыз иткән дә, быз иткән дә тауыш юҡ, тимәк, балалы йортта тәртип шулай ҡуйылған.
- Биш йыл буйы балабыҙ булманы. Билдәле, һәр ҡатын-ҡыҙҙың иң изге һәм оло теләге – әсәй булыу. Аллаһтан көнөн-төнөн бала һораным. Балаға уҙһам, һәр береһенә ғүмер бүләк итер инем, тип теләнем. Бирҙе бит, ниһайәт! Шуға һәр баламды ҙур ҡыуаныс, ризалыҡ, Аллаһҡа рәхмәт менән таптым, ти Эльвира
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 22 ноябрь һанынан уҡығыҙ..
Читайте нас: