14 ноябрь көнө Килдеғол ауылында урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында (#ППМИ-2020) ҡатнашыу буйынса йыйылыш үтте. Был йыйылышта 2020 йылда программала ҡатнашасаҡ проект һайлап алынды.
Йыйылышҡа тиклем ППМИ буйынса халыҡты иҫкәртеү өсөн төрлө саралар ҙа уҙғарылды: концерт, мәктәп, балалар баҡсаһы коллективтары менән осрашыу, халыҡ араһында һораулама үткәреү.
Йыйылышта бер тауыштан Килдеғол балалар баҡсаһын төҙөкләндерергә тигән ҡарар ҡабул ителде.
Был саранан кескәйҙәр ҙә ситтә ҡалманы - ҙур әүҙемлек күрһәтеп, ауыл мәҙәниәт йорто сәхнәһендә бик матур концерт ҡуйҙылар. Рухлы малай-ҡыҙҙарҙың сығышы күңелдәргә ҡанат ҡуйҙы, киләсәккә яҡты өмөттәр уятты.
Дөйөм алғанда, был сара бөтәһенә лә оҡшаны, барыһы ла шатланып, дәртләнеп ҡайтты. Концертты ойоштороусыларға бөтә ауыл халҡы исеменән ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.