Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Ноябрь 2019, 16:00

"ҠОРАЛЫҢДЫ ТАПШЫР" АКЦИЯҺЫ

РФ Милли гвардияһы Федераль хеҙмәтенең БР буйынса Идаралығы күрһәтмәһенә ярашлы, Бөрйән районы буйынса лицензия-рөхсәт эше бүлексәһе республика биләмәһендә 25 ноябрҙән 29 ноябргә тиклем аҡсалата дәртләндереү нигеҙендә “Ҡоралыңды тапшыр” тигән шартлы исем аҫтында акция үтәсәге хаҡында хәбәр итә.

Шуға бәйле, Бөрйән районында йәшәүселәр бөтә һорауҙар менән һәм законһыҙ һаҡланыусы ҡоралды һәм боеприпастарҙы тапшырыу буйынса Бөрйән районы буйынса лицензия-рөхсәт эше бүлексәһенә түбәндәге адрес буйынса мөрәжәғәт итә ала: Иҫке Собханғол ауылы, Ленин урамы, 55, 31-се кабинет. Эш телефоны: 8(34755) 3-68-92.
Читайте нас: