Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Ноябрь 2019, 12:00

БЕҘҘЕҢ ДОКТОР, тиҙәр уның хаҡында

Кешегә бирелгән баһаларҙың иң ҙурыһы, барыбер, ауылдаштары тарафынан бирелгәнелер ул.Брәтәк урамына барып туҡтағас та: «Гәзиттән икәнһегеҙ, иң беренсе беҙҙең Миңзиәне яҙығыҙ, беҙҙең бынамын тигән врач бит ул», - тинеләр.

Кешегә бирелгән баһаларҙың иң ҙурыһы, барыбер, ауылдаштары тарафынан бирелгәнелер ул.
Брәтәк урамына барып туҡтағас та: «Гәзиттән икәнһегеҙ, иң беренсе беҙҙең Миңзиәне яҙығыҙ, беҙҙең бынамын тигән врач бит ул», - тинеләр.
Һәр ауылдың үҙ йөҙө, һыҙаты. Брәтәктәрҙә шуныһы күҙгә ташланды - һәр береһе, күршемде яҙығыҙ, ныҡ матур йәшәйҙәр, фәлән-фәләнде яҙығыҙ – килмәгән ере юҡ, тип тора. Тимәк, бер-береһен ихтирам итәләр, күтәрәләр. Ауылы берҙең – ҡәүеме бер шул.
Дауахананан бер ҙә кәм түгел икән Брәтәк ФАП-ы: килгән-киткәне, укол-фәлән алғаны, ҡаралырға килгәне бихисап.
Һәр береһе менән ихлас мөғәмәләлә фельдшер – йылы һүҙе, иғтибары, изгелеге йәл түгел.
Ауырыуҙарҙың хәл-әхеүәлен тәфсилләп белешә, иғтибарлап ҡарай, кәңәштәре менән күңелдәренә ҡанат ҡуйып ебәрә.
Ауырымаһаң да килге килеп торалыр был йортҡа, тигән фекер тыуа.
Атаһы Мәндәғол сығышлы булһа ла, Брәтәк ҡыҙы Миңзиә Ғәле ҡыҙы Исламова.
1983 йылда Белорет медицина училищеһын тамамлап, Дыуан районына йүнәлтмә буйынса эшкә китеп, 1986 йылда шул тарафтарҙан тыуған ауылына эшкә инде ғаиләле булып, Дыуан егете менән ҡушарҙап ҡайтып төшәләр. Ана шул ваҡыттарҙан алып ауылдаштарының һаулыҡ һағында уяу тора белгес.
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 19 ноябрь һанынан уҡығыҙ.
Читайте нас: