Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Ноябрь 2019, 13:32

ГЕРОЙҘАРЫБЫҘҘЫ РЕСПУБЛИКАҒА ТАНЫТАЙЫҠ!

2020 йыл Рәсәйҙә Президент Указы менән Хәтер һәм дан йылы тип иғлан ителде. Йәш Гвардия 2013 йылдан алып батырҙарҙың тарихтарын мәңгеләштереү буйынса эш алып бара һәм улар тураһында тотош илгә һөйләй: бәләкәй геройҙарҙы данлай, китаптар сығара, фильмдар төшөрә.

2020 йыл Рәсәйҙә Президент Указы менән Хәтер һәм дан йылы тип иғлан ителде. Йәш Гвардия 2013 йылдан алып батырҙарҙың тарихтарын мәңгеләштереү буйынса эш алып бара һәм улар тураһында тотош илгә һөйләй: бәләкәй геройҙарҙы данлай, китаптар сығара, фильмдар төшөрә.
5 ноябрҙә Йәш Гвардияның Төбәк бүлексәһенең РФ Президенты гранттары Фонды конкурсында еңгән “Беҙҙең заман геройҙары. Башҡортостан ғорурлығы” тигән киң күләмле проектына старт бирелде. Ойоштороу комитетының проект партнерҙары ҡатнашлығындағы тәүге йыйылышы үтте. Унда был проектты тормошҡа ашырыу планын тикшерҙеләр, геройҙар тураһында мәғлүмәттәр йыйыу механизмын һәм эш йүнәлештәре буйынса яуаплыларҙы билдәләнеләр. Проектты ойоштороуҙа БР Йәштәр һәм спорт министрлығы, “Берҙәм Рәсәй” партияһы һәм “Боевое Братство” ҡатнаша.
Проект ғәҙәти тормошта батырлыҡ ҡылған геройҙарҙың видеороликтары һәм баннерҙары форматында социаль реклама булдырыуҙы күҙаллай. Артабан үҙебеҙҙең заман геройҙары тураһындағы тарихтарҙы социаль селтәрҙәр һәм киң матбуғат саралары аша яҡтыртыу планлаштырыла.
“Беҙ Башҡортостанда йәшәүселәргә республикала батырлыҡ ҡылған геройҙарҙың ни тиклем күп булыуы: беҙгә күрше йортта йәки хатта беҙҙең менән бер ғаиләлә йәшәүе, беҙҙең менән бергә эшләүе, ә, бәлки, бер парта артында ултырып уҡыуы тураһында һөйләйәсәкбеҙ. 2020 йыл республика өсөн Башҡортостан Ғорурлығы тип әйтерлек беҙҙең яҡташтарҙың яңы тарихтарын асһын”, - тине Йәш Гвардияның республика буйынса етәксеһе Люция Юлуева.
Проект һөҙөмтәһендә 100-ҙән артыҡ баннер әҙерләнәсәк. Герой-ватандаштарыбыҙ һүрәтләнгән был баннерҙар республиканың ҡала һәм райондарында урынлаштырыласаҡ. 150-нән артыҡ тарихтың 20-һе геройҙарҙың тарихтары менән төшөрөләсәк видеороликтар өсөн һайлап алынасаҡ.
Башҡортостанда йәшәүселәр үҙҙәренең геройҙарын тәҡдим итә ала. Геройҙар – үҙ иле өсөн ҡанын ҡойған хәрби кешеләр генә түгел, улар ябай эшселәр ҙә, һәр көн һайын спорт ҡаҙаныштары күрһәтеүсе спортсмендар ҙа, шулай уҡ ауыр минутта ярҙамға килергә әҙер һәр кем булырға мөмкин.
Әгәр һеҙ шундай кешеләрҙе беләһегеҙ икән, ошо һылтанма буйынса анкета тултырып, улар тураһында яҙығыҙ: https://forms.gle/7fbbYzKQnjjZHXBu7
Читайте нас: