Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Ноябрь 2019, 16:00

ГАЗ ҮТКӘРЕҮГӘ АҠСА БҮЛЕНӘ

Ағымдағы йылдың 9 авгусында төбәк етәксеһе Радий хәбиров “Граждандарҙың айырым категорияһына торлаҡ биналарға газ үткәреү буйынса дәүләт ярҙамы күрһәтеү тураһында” Указға ҡул ҡуйҙы.

Ағымдағы йылдың 9 авгусында төбәк етәксеһе Радий хәбиров “Граждандарҙың айырым категорияһына торлаҡ биналарға газ үткәреү буйынса дәүләт ярҙамы күрһәтеү тураһында” Указға ҡул ҡуйҙы.
Унда торлаҡ йорттарҙы тәбиғи газ селтәренә тоташтырғанда дәүләт ярҙамына хоҡуҡтары булған граждандарҙың биш категорияһы билдәләнгән: Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, Бөйөк Ватан һуғышы һәм хәрби хәрәкәттәр инвалидтары, инвалидтар, инвалид бала тәрбиәләүсе ғаиләләр һәм күп балалы ғаиләләр.
Торлаҡ йортҡа газ үткәреү өсөн компенсацияға үрҙә аталған категорияларҙың береһенә ҡараусы һәм Башҡортостан Республикаһы биләмәһенә даими йәшәүсе Рәсәй Федерацияһы граждандары хоҡуҡлы. Уларҙың селтәрле газға тоташтырырға йыйынған шәхси йорттарҙың милексеһе, йәки милек хоҡуғында өлөшсө булыуҙары шарт.
Сертификаттың хаҡы 60 мең һум. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар һәм инвалидтар, хәрби хәрәкәттәр инвалидтары өсөн сертификаттың хаҡы 100 мең һум. Ошо уҡ суммаға, 100 мең һумға, шулай уҡ газ үткәреүгә дәүләт ярҙамы алыусылар категорияһына ингән йән башына килемдәре ғаиләләге һәр кеше иҫәбенә йәшәү минимумынан артмаған башҡа ғариза биреүселәр ҙә хоҡуҡлы.
Сертификатты алыу өсөн үрҙә аталған категорияларҙың береһенә ингәнде раҫлап, барлыҡ ғаилә ағзаларының һәм ғариза биреүсенең шәхесен раҫлаусы документтарҙы тапшырырға кәрәк. Мәҫәлән, хәрби хәрәкәттәр ҡатнашыусыһы танытмаһы, инвалидлыҡ тураһында справка, күп балалы ғаиләләр өсөн – балаларҙың тыуыу тураһында таныҡлыҡтары. Бынан тыш, газ үткәрелергә тейешле шәхси торлаҡ йортҡа милек хоҡуғын билдәләүсе документ һәм “Газпром газ тәғәйенләү Өфө” ПАО-һы филиалы менән ғариза биреүсе тарафынан төҙөлгән газ тәғәйенләү селтәренә тоташтырыу тураһында ғәмәлдәге килешеү талап ителә.
Әгәр ғариза биреүсе әҙ тәьмин ителгәндәр категория-һына ҡарай икән, ғаилә ағзаларының барыһының да килемдәре тураһында өҫтәмә документтар кәрәк була.
Документтар түбәндәге ысулдар менән бирелә:
-Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәге филиалына шәхсән барып;
-дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеүсе күп функциялы үҙәктәр аша (йәшәү йәки булыу урынына ҡарамай);
-почта аша (ебәргәндә аталған хаҡы менән, һалынған ҡағыҙҙарҙың описы һәм тапшырыу
тураһында уведомление менән. Ғариза биреүсенең почта аша ебәрелгән ғаризаһындағы ҡултамғаһының һәм документ-тарҙың күсермәләрендәге ҡултамғаларҙың дөрөҫлөгө нотариаль рәүештә раҫланған булырға тейеш);
-электрон документтар рәүешендә (Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙең берҙәм порталы аша йәки Башҡортостан Республикаһы дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр порталы аша йәиһә РФ ҡануниәте тарафынан билдәләнгән осраҡтарҙа һәм тәртиптә башҡа мәғлүмәт-телекоммуникация технологияларын ҡулланып).
Башҡортостан Республика-һының торлаҡ программаларын тормошҡа ашырыу Идаралығы, республика халыҡты социаль яҡлау үҙәге (РЦСПН) филиалдары биргән исемлектәргә таянып, сертификат алыусыларҙың республика исемлеген төҙөй, сертификаттарҙы булдырып, уларҙы артабан ғариза тапшырылған урында биреү өсөн (йә РЦСПН филиалдары аша, йәки күп функциялы үҙәк аша) республика халыҡты социаль яҡлау үҙәгенә тапшыра.
Сертификат алыусы кеше (ғариза биреүсе) башҡарыусыны билдәләй, газ үткәреү буйынса эштәрҙе башҡарыуға килешеү төҙөй. Эштәр башҡарылғас, подряд ойошмаһына түләү өсөн, ғариза биреүсе сертификат һәм башҡарылған эштәр тураһында документтар, газ селтәренә тоташтырылыу тураһында документтар менән Башҡортостан Республикаһының торлаҡ программаларын тормошҡа ашырыу Идаралығына шәхсән рәүештә йәки күп функциялы үҙәктең структура подразделениелары аша мөрәжәғәт итә.
Эш башҡарыусының иҫәбенә аҡса средстволары күскән көндән алып уны алыусының сертификаты бойомға ашырылған тип иҫәпләнә.
Сертификаттың ғәмәлдә булыу мөҙҙәте 2 йыл. Әгәр уны алыусы ниндәйҙер сәбәптәр менән билдәләнгән ваҡыт эсендә уның буйынса үҙенең хоҡуғы менән файҙалана алмаһа, ул үҙенең сертификатҡа хоҡуғын юғалта.
Шәхси йорттарға газ үткәреүгә сертификаттар биреү программаһы республикала 4 йыл ғәмәлдә буласаҡ. Был маҡсаттарға республика ҡаҙнаһынан 664 миллион һум бүлеү ҡаралған. Шуның 64 миллион һумы – 2019 йылда бүленә һәм артабан йыл һайын 200 миллионышар һум.
Читайте нас: