Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Ноябрь 2019, 12:00

ФӘҺЕМЛЕ ОСРАШЫУ

Һуңғы йылдарҙа халҡыбыҙ яйлап булһа ла иманға ҡайта.Районыбыҙҙың бар ауылдарында ла тиерлек иман йорттары - мәсеттәр асылды. Йома намаҙҙарына, дини байрамдарға ла йөрөүселәр ишәйә бара.

Һуңғы йылдарҙа халҡыбыҙ яйлап булһа ла иманға ҡайта.Районыбыҙҙың бар ауылдарында ла тиерлек иман йорттары - мәсеттәр асылды. Йома намаҙҙарына, дини байрамдарға ла йөрөүселәр ишәйә бара.
Район үҙәгендә йәшәүсе ауылдашыбыҙ, дин юлынан йөрөүсе мөслимә Вәзимә Ғәбитова, балаларының мәктәптәге көҙгө ял ваҡытын файҙаланып, Ғәҙелгәрәйгә килеп, бер төркөм ҡатын-ҡыҙҙарға ғәрәп әлифбаһын өйрәнеү буйынса һабаҡтар бирҙе.
- Донъяның 19 илендә ғәрәп телендә һөйләшәләр, 6 илдә ғәрәп теле - дәүләт теле, - тип башланы ул үҙенең дәресен.
Аҙна аҙағында Вәзимәнең саҡырыуын ҡабул итеп, райондың мөслимә ҡатын-ҡыҙҙарынан бер төркөм Лилиә Мөхәмәдйәнова етәкселегендә дәғүәт эше буйынса осрашыуға килделәр. Дингә битараф булмаған ауылдаштарыбыҙ, ағинәйҙәр уларҙы мәсеттә бик йылы ҡаршы алдылар.
Ислам дине, дин ҡанундары тураһындағы сығыштар, хиджәб кейеүҙең мөһимлеген, кәрәклеген Лилиә Муса ҡыҙы бик аңлайышлы итеп аңлатты. Саимә Ғүмәрова яулыҡ бәйләү серҙәре менән бүлешһә, Гөлнара Хоҙайназарова үҙенең нисек дингә килгәнлеген һөйләне.
Шулай уҡ райондың Ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Рәшиҙә Ғиззәтуллина төрлө мәсьәләләр менән бер рәттән ҡатын-ҡыҙҙарҙы ислам ҡанундары нигеҙендә йәшәүгә саҡырҙы.
Вәзимә Ғәбитова үҙенең шәкерттәренә рәхмәттәр әйтеп, бүләктәр һәм Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы. Шулай
уҡ был дәрестәрҙе Яңы йыл ялдарында дауам итәсәген белдерҙе.
Читайте нас: