Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Ноябрь 2019, 16:00

БӨРЙӘН ҠЫҘЫ ТӨРКИӘГӘ ЯҢҒЫҘЫ МАШИНАЛА БАРҒАН

Мин уға - тыштағы ҡарҙы, ә ул миңә Төркиәне, диңгеҙҙе, ҡояшты, сәскәләрҙе күрһәтә. Хыялында гел хәрби форма ғына кейеп эшләүҙе күҙ алдына килтергән Зөлфиә хәҙер йылы Төркиәлә күлдәктәр генә кейеп йөрөй.

Мин уға - тыштағы ҡарҙы, ә ул миңә Төркиәне, диңгеҙҙе, ҡояшты, сәскәләрҙе күрһәтә. Хыялында гел хәрби форма ғына кейеп эшләүҙе күҙ алдына килтергән Зөлфиә хәҙер йылы Төркиәлә күлдәктәр генә кейеп йөрөй. Алыҫ Төркиәлә нисек йәшәй, ни эштәр менән шөғөлләнә һуң Бөрйән ҡыҙы? Үҙемде ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап табыу өсөн ватсаптан видеошылтыратыу аша Зөлфиә Юлсурина менән бәйләнешкә сыҡтым.
Бөрйәндә тыуып-үҫеп, мәктәпте тамамлағандан һуң Өфөлә Башҡорт дәүләт аграр университетында уҡый. Әсәһе - уҡытыусы, атаһы ауыл хужалығы идаралығында эшләй. Зөлфиә ғаиләлә ике ағаһына наҙланып түгел, ә бала сағынан ҡыйыу ҡыҙ булып үҫә. Атай-әсәйҙең һүҙе закон булғас, улар теләгән уҡыу йортон тамамлап, диплом ала.
Университеттың 4-се курсында уҡыған сағында район үҙәгендә банкротҡа эләккән бәләкәй китап магазинына китаптар менән тәьмин итеүселәрҙе табып, бизнес асып ебәрә. Маҡсатына тура атлаусы ҡыҙ 2005 йылда хыялына тоғро ҡалып, Санкт-Петербургтағы полицияның юғары мәктәбенә уҡырға инә. Юридик факультетта ситтән тороп уҡып, икенсе юғары белемгә эйә була.
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 15 ноябрь һанынан уҡығыҙ.
Читайте нас: