Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Ноябрь 2019, 12:00

Моңдар йыйып, моңдар өләшеп...

Райондашыбыҙ, күренекле шағирә, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ш.Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Тәнзилә Дәүләтбирҙина ошо көндәрҙә районға ҡайтып, бер нисә ауылда халыҡ менән осрашты.

Рух байрамы Әбделмәмбәт ауылынан башланды. Унда «Биләмәбеҙ булһын зауыҡлы!» тигән конференция-осрашыу үтте. Осрашыуҙа Тәнзилә Сәлихйән ҡыҙының ҡәләмдәш әхирәте – шағирә, «Башҡортостан ҡыҙы» журналы мөхәррире Гөлназ Ҡотоева, сараны ойоштороусы мәҙәниәт бүлеге мөдире Клара Теләүбаева, «Таң» гәзите журналистары Айһылыу Ғарифуллина, Таңһылыу Баһауетдинова ҡатнашты.
Ҡунаҡтарҙы мәктәптең иң бәләкәй ҡошсоҡтары – беренселәр йыр йырлап, шиғыр һөйләп ишек төбөндә үк сәләмләп ҡаршы алды.  Унан шағирәләр башланғыс класс уҡыусылары менән әңгәмәләшеп алды.
Артабан ҡунаҡтар ҡатнашлығында «Зауҡы барҙың булыр ғилеме» тигән исем аҫтында кластарҙа асыҡ дәрестәр үтте.
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 12 ноябрь һанынан уҡығыҙ.
Читайте нас: