Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Ноябрь 2019, 11:00

Хөрмәтле полиция хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!

Һеҙҙе ихлас күңелдән һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлайым!

Һеҙҙе ихлас күңелдән һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлайым!
Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре һәр ваҡыт үҙҙәренең һөнәри оҫталығы һәм батырлығы менән билдәле. Уларҙың тырышлығы менән һәр ерҙә лә тәүлек әйләнәһенә тәртип булдырылып, енәйәтселеккә ҡаршы көрәш алып барыла, граждандарҙың именлеге һәм тыныслығы тәьмин ителә.
Эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре артабан да үҙ бурыстарын намыҫ һәм ҙур яуаплылыҡ менән башҡарырҙар, халыҡтың ихтыяжын һәм ышанысын аҡлап, хоҡуҡ талаптарын тулы үтәрҙәр, тип ышанам.
Һөнәри байрамығыҙ айҡанлы барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, именлек, ғаилә бәхете һәм еңел булмаған хеҙмәтегеҙҙә уңыштар теләйем!
Читайте нас: