Брәтәк ауылынан Флүр Уразаевты шулай ҡылыҡһырларға була – етмеш һөнәр эйәһе.
Үҙе балта оҫтаһы, үҙе мейессе, үҙе ҡортсо, үҙе солоҡсо, тинеләр уның хаҡта ауылдаштары.
Эшкә шәп булһа ла, һүҙгә һаран егетте гәзиткә яҙырға саҡ әжеүәләнек - баҫалҡы йылмайып, минән дә шәп оҫталар бар, тип тик тора.
Киң таҡталарҙан һалынған күперҙе үткәс, Флүрҙең 14х9 ҙурлыҡтағы төкәтмәле ҙур өйө ҡаршы ала. Был яҡта йыуан, матур ағастарҙан һалалар икән өйҙәрҙе – әллә ҡайҙан күҙгә ташлана. Оҫтаның соланын эшләп йөрөгән сағы. Өй тулы йыһаз, яңғыҙ ир-ат йәшәһә лә ҡот һирпелеп тора. Йоҡо бүлмәһендәге тахтаны ла, баштарын семәрләп тороп, Флүр үҙе эшләгән. Түрбаштағы йыһаздар, өҫтәл-ултырғыс үҙе дан. Ултырғыстар сөйһөҙ-йөйһөҙ эшләнгән - заманса елем менән ысын оҫталар шулай итеп ҡуя.
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 8 ноябрь һанында уҡығыҙ.