Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Ноябрь 2019, 13:00

Газ үткәреүгә - Хөкүмәт ярҙамы

Республикала йәшәүселәрҙең йорттарына газ үткәреү өсөн 100 мең һумға тиклем аҡса алыу мөмкинлеге бар.

Республикала йәшәүселәрҙең
йорттарына газ үткәреү өсөн 100 мең һумға тиклем аҡса алыу мөмкинлеге бар.
Башҡортостан хөкүмәте халыҡтың ҡайһы бер категорияларына шәхси йорттарға газ үткәреү өсөн сертификаттар биреү һәм түләү тәртибен раҫланы.
Башҡортостан биләмәһендә даими йәшәгән, шәхси йорто йәки милек хоҡуғында өлөшкә эйә булған һәм түбәндәге категорияларға ҡараған Рәсәй граждандарының ошондай сертификат алыуға хоҡуғы бар:
— Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар;
— Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтары һәм хәрби бәрелештәр инвалидтары;
— инвалидтар;
— инвалид балалар тәрбиәләгән ғаиләләр;
— күп балалы ғаиләләр.
Шәхси йортҡа газ үткәреү өсөн сертификаттың хаҡы 60 мең һум тәшкил итә.
Ә Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусылары һәм инвалидтары, шулай уҡ хәрби бәрелештәр инвалидтары өсөн сертификаттың хаҡы 100 мең һумға тиң.
Торлаҡҡа газ үткәреү буйынса дәүләт ярҙамына хоҡуҡлы ғариза биреүселәр ҙә (әгәр ғаиләнең йән башына уртаса килеме йәшәү минимумы дәүмәленән кәмерәк булһа) ошондай 100 мең һумлыҡ сертификат алырға мөмкин.
Хөкүмәт тәҡдим иткән был мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмай, файҙаланып ҡалырға ашығайыҡ.
Читайте нас: