Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Ноябрь 2019, 18:00

Аслыҡ алды алҡымдан

Тиҙҙән илебеҙ халҡыбыҙҙың Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеүенең 75 йыллығын ҡаршылай. Ошо дата яҡынлашҡан һайын ул йылдарҙа күргәндәр нығыраҡ хәтергә төшә, төн йоҡоларынан яҙҙыра. Ирекһеҙҙән, ҡулға ҡәләм алам. Унан... илай-илай хәтирәләремде теҙәм... Бөгөнгө йәштәр ошо тыныслыҡтың хаҡын, ҡәҙерен белһен ине.

Олатайҙан ҡалған һарайҙы бер ҡышта утын итеп яғып бөттөк. Бер бөртөк һыйырыбыҙ яҙғыһын йәшел үләнгә морон төртөр мәл еткәс-иткәс күтәртеп үлде. Теге беҙ утын итеп яҡҡан һарайға төшөп, унда торған ике һарыҡты бурҙар төндә һуйып ашаны. Белдек ул кешенең кем икәнен. Ҡурҡып, өндәшмәнек. Иланыҡ-иланыҡ та шымдыҡ.
Атайымдың әсәһе Шәмсениса өләсәй көттө беҙҙе. Яҙғыһын кеше баҡсаһынан серек кәртүк эҙләп алып, төрлө үләндәр, кесерткән ҡушып бешереп, Маһира инәйемдән ҡатыҡ һорап алып, шуны ҡушып эсереп, беҙҙең тамаҡты алдар ине.
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 8 ноябрь һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: