Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Ноябрь 2019, 11:17

Хөрмәтле ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре, тармаҡ ветерандары!

Һеҙҙе ихлас күңелдән һөнәри байрамығыҙ – Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотлайым!

Һеҙҙе ихлас күңелдән һөнәри байрамығыҙ – Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотлайым!
Бөгөнгө көндә ауыл хужалығы тыуған еребеҙҙең иҡтисади үҫешендә мөһим урын алып тора. Иҡтисадтың был өлкәһе эшсәндәрҙең, аграрийҙарҙың көндәлек һөҙөмтәле эше арҡаһында үҫешә, яңы ҡаҙаныштарға өлгәшә һәм киләсәккә өмөт менән аяҡ баҫа. Тырыш хеҙмәтегеҙ, тыуған ергә һөйөүегеҙ һәм тоғролоғоғоҙ өсөн рәхмәт Һеҙгә. Артабан да тармаҡ алдында торған бурыстарҙы уңышлы атҡарып сығырһығыҙ тип ышанам.
Байрамығыҙ уңайынан барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, еңел булмаған эшегеҙҙә уңыштар, ыңғай һауа торошо һәм уңайлы шарттар теләйем!
Читайте нас: