Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Ноябрь 2019, 16:04

«Аяттар уҡып ултырам»

Сығышым менән Ҡыпсаҡ ауылынанмын. 7-се класта уҡығанда Яуымбай ауылына башланғыс синыфтар уҡытыусыһы булып эшкә килдем. 16 йәштә генә кейәүгә сыҡтым. Ирем һуғышта хәбәрһеҙ юғалды.

Сығышым менән Ҡыпсаҡ ауылынанмын. 7-се класта уҡығанда Яуымбай ауылына башланғыс синыфтар уҡытыусыһы булып эшкә килдем. 16 йәштә генә кейәүгә сыҡтым. Ирем һуғышта хәбәрһеҙ юғалды. Һуғыш мәлдәрендә Мәҡсүт, Аҡбулат ауылдарында уҡытыусы булып эшләнем. Колхоз гөрләп торған мәлдә келәт мөдире лә булдым.
Икенсегә кейәүгә сыҡтым. 13 баланың туғыҙын имен-аман үҫтерҙек. Балалар эшкә егәрле, уҡырға әүәҫ булдылар. Бөтәһен дә уҡытырға, кеше итергә тырыштым. Бабайым да эшкә әрһеҙ булды. Почетлы колхозсы исемен йөрөттө. Алтмышты үткәс, үлеп китте.
Үҙем китап уҡыуға әүәҫ булдым. Әсәйем ойоҡ, бейәләй бәйләп ултырһа, уға ҡысҡырып китап уҡыр инем. Уҡырға китер инем, иптәш булманы, яңғыҙ сығып китергә батырсылыҡ итмәнем. Шулай булһа ла, Темәс педучилищеһын ситтән тороп уҡып бөттөм.
Әсәйем сығышы буйынса Баймаҡ районының Билал ауылынан. Әсәйем менән атайым ҡартайып үлделәр, үлгән йылдарын иҫләмәйем. Архивтан әйтеүҙәренсә, йөҙҙән үткәндәр, тинеләр.
Хоҙай биргәс, йәшәйем әле. Класташтарым үлеп бөттөләр. Күҙем күреп етеңкерәмәй, күргәндә гәзит, журналдар алдырып уҡый инем. Шулай булһа ла, йыл һайын «Дини календарь» китабын алдырам. 92-се
йылдарҙа дин ҡалҡып сыҡҡас, аяттарҙы ятлап алған инем, әле аяттар уҡып ултырам.
Хәҙер донъя иркен, мал күп. Сертификатҡа өй һалдырып, бәләкәс ҡыҙымда торам.
Элек ҡайҙалыр барабыҙ, тиһәк, гел йәйәү йөрөр инек. Әлеге мәлдә аяғым йөрөмәһә лә, ҡулым менән физзарядка эшләйем. Аҡылым, хәтерем теүәл, Аллаға шөкөр, - ти Ғәрибә инәй.
Читайте нас: