Мәҙәниәт йортонда үткән сара райондың береһенән-береһе оҫта ҡатын-ҡыҙҙарын йыйҙы. Фойеға күргәҙмәгә ҡуйылған, гүзәл заттарыбыҙҙың күҙ нурҙарына мансылып, нағышланған ҡорама әйберҙәрҙән: түшәк-ҡаралдылар, күлдәк-жакеттар, заманса кейем-һалым, аксессуарҙарҙан күҙҙәр сағыла ине. Сараны баһаларға килгән республика халыҡ ижады үҙәгенең мәғлүмәт-аналитика һәм методик эшмәкәрлек бүлеге начальнигы Эльмира Йәмлиханова һәм ошо уҡ бүлектең баш белгесе Эвелина Петина күргәҙмәне ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡараны. Районыбыҙҙың фольклор коллективтарының таҡмаҡтар менән ҡаршы алыуы, Яңы Усмандан Шәфҡәт һәм Зенфира Мәзитовтарҙың Кирәй Мәргәндең “Шомбай” спектакленән өҙөк күрһәтеүе Өфө ҡунаҡтарының күңелен арбаны.