Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Ноябрь 2019, 14:00

Үҙеңде һынап ҡара!

1 ноябрҙә Иҫке Собханғол мәктәбендә “Ҙур этнографик диктант - 2019” акцияһы үтте.

1 ноябрҙә Иҫке Собханғол мәктәбендә “Ҙур этнографик диктант - 2019” акцияһы үтте. Халыҡ-ара акцияның һорауҙары Рәсәй тарихы, Өфө ҡалаһы, административ-территориаль бүленештәр, халыҡтар, аш-һыу, әҙәбиәт һ. б. темаларға ҡағылышлы тест формаһында бирелгән ине. Ул 30 һорауҙан тора: 20 һорау дөйөм, 10-һы үҙебеҙ йәшәгән төбәккә бәйле. Диктантты яҙыуға 45 минут ваҡыт бирелде. Акцияла район үҙәгенән һәм яҡын аралағы ауылдарҙан китапханасылар, төрлө ойошма һәм предприятиеларҙан хеҙмәткәрҙәр, үҙ теләге менән килеүселәр ҡатнашты.
Диктантта ҡатнашыусы Наирә Кульчикова:
  • Шундай диктанттар үткәрелгәнен белә инем, ҡатнашырға теләгем дә ҙур ине, әммә мөмкинселегем булманы. Бөгөн этнографик диктант була икәнен белгәс тә үҙемде һынап ҡарарға булдым, етмәһә еңгәйем дә түшелдерегеңде тотоп кил, тине. Һорауҙарға үҙем белгәнсә дөрөҫ яуаптар бирергә тырыштым.
  • Диктант халыҡтың этнографик грамоталылығын, Рәсәйҙә йәшәгән халыҡтар тураһындағы белеме кимәлен баһалау мөмкинлеге бирә.
    Бөтә һорауҙарға ла дөрөҫ яуап бирә алғандар 100 балл аласаҡ. Һөҙөмтәләр 12 декабрҙә билдәле була, тип белдерә ойоштороусылар.
    Читайте нас: