Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Октябрь 2019, 13:09

Бар өҫтөнә бар һыя

Бынау Яуымбай уңғаны Наилә Исмаҡованы әйт - эшләмәгән эше, етештермәгән ашы, гиҙмәгән урман-ҡыры, йыймаған еләк-емеше юҡ: тоҙло бәшмәкте генә быйылғы яуынлы көҙҙә ете меңлек һатҡан, йәй ғүмерендә еләк-көртмәлегә, бөрлөгәнгә көнөнә икешәр сығып әйләнгән.

Ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайнатыр, тиҙәр ундайҙар хаҡында. Ҡар өҫтөндә үк булмаһа ла, өйҙәге плитәһендә ҡайнатмаһы ҡайнамаған, бәшмәк–салаты бешмәгән көнө юҡ, тиһәң дә була.
Туҡта, бәйәнде аңлатыбыраҡ китәйем: Килдеғол ауылы ҡыҙы ул Наилә Хәйҙәр ҡыҙы Исмаҡова. Ире Заһир Таһир улы Исмаҡов менән Яуымбайҙың Ҡартөй тигән төйәгендә йорт һалып сыҡҡандар – бында йәшәүҙәренә 4 йыл. Мәктәп йәшендәге өс улан тәрбиәләйҙәр. Сабир Өфө яҡтарында төрлө эштәрҙә йөрөй. Усаҡ йылыһын һаҡлап ҡалған Наилә ир тапҡанға өңшәйеп ултыра торғандарҙан түгел – йәйге осорҙа еләк-емеш артынан урман ҡыҙырһа, башҡа ваҡытта ауылдың өс магазинына тәмле бәлеш-пирожкиҙар, пицца-фәлән бешереп ҡуя.
Мәҡәләнең тулы вариантын "Таң" гәзитенең 29 октябрь һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: