Виртуаль жуликтарҙың ҡармағына нисек эләкмәҫкә
Йыл башынан республикала дистанциялы мутлыҡ өс тапҡырға артҡан. Дөйөм алғанда, интернет – ике осло таяҡ. Бер яҡтан, ул коммуникацияны һәүетемсә еңеләйтә, икенсе яҡтан – мутлашыусылар уның ярҙамында һанаулы минуттарҙа һеҙҙең кошелектарҙы “таҙартып” ҡуя ала. Бөгөн күптәр хеҙмәт күрһәтеүҙең ҡайһы бер юлдары юҡҡа сығыуға һөйөнә. Әммә ҙур суммалар менән бәйле эштәрҙе барыбер урында: банктарҙа, сауҙа нөктәләрендә башҡарырға тәҡдим итер инек, ти БР буйынса Эске эштәр министрлығының енәйәти эҙләү Идаралығының дөйөм енәйәти йүнәлештәге мутлыҡты асыҡлау һәм телекоммуникация технологиялары ярҙамында урлашыу буйынса бүлек етәксеһе Азат Тимерйәнов.
Уның һүҙҙәре буйынса, иң киң таралған мутлашыу схемаһы – банк хеҙмәткәрҙәре булып шылтыратыу, популяр интернет-сервиста урынлашҡан иғландар буйынса алдау.
Мутлашыусылар банктың хәүефһеҙлек хеҙмәте исеменән “шылтыраталар”, йәнәһе, клиенттың картаһы блокировкаланған һәм улар шикле операция һиҙемләй. Шунан карта номерын әйтергә, шул иҫәптән, картаның ысын икәнен раҫлаусы өс урынлы кодты (икенсе яғында яҙылған), шунан телефонға килгән (мутлашыусылар ҡорбанының) бер тапҡыр килә торған паролде һорайҙар. Иҫкәртмәлә был паролде бер кемгә лә, хатта банк хеҙмәткәрҙәренә лә әйтмәҫкә тиелгән! Әммә кешеләр, ҡағиҙә булараҡ, был иҫкәртеүгә иғтибар ҙа итмәй. Иҫәптә булған аҡсалар шундуҡ һыпырып алына.
Яңыраҡ ҡына Өфө ҡалаһында йәшәүсе бер ҡатындың банк картаһынан ошо ысул менән 400 мең һум аҡсаһын алалар. Бындай “ҡармаҡ”ҡа йәштәр, урта йәштәге кешеләр, йәғни банк хеҙмәттәре менән әүҙем файҙаланыусылар ҡаба.
Бәғзе бер мутлашыусылар “елпеүес” кеүек шылтырата. Башҡалар нисектер клиенттар базаһын ҡулға төшөрә һәм йөҙәрләгән кешенең шәхсән мәғлүмәттәренә хужа була. Шуға күрә хәтерегеҙҙә һаҡлағыҙ: һеҙгә исем-шәрифегеҙ менән атап шылтыратһалар ҙа, был конфиденциаль мәғлүмәтте уларға бирер кәрәк, тигәнде аңлатмай.
Шик тыуһа, шундуҡ телефонды һүндереп ҡуйырға һәм банктың “ҡыҙыу линия”һына шылтыратырға кәрәк – уның номеры картаның артында күрһәтелгән. Йәки һеҙгә шылтыратып торған номерҙы йыйып, шуға шылтыратырға кәрәк. Әгәр улар мутлашыусы икән – абонентҡа шылтыратып булмаясаҡ («недоступен», тиәсәк).
Ошондай ябай ҡағиҙәләргә таянып, үҙеңде бәләнән йолоп алып ҡалырға мөмкин.
- Интернет-ресурста берәй нәмәһен һатырға ҡуйған кешегә шылтыратып, уның карта номерын һорайҙар – йәнәһе, теге әйберҙе баш-ҡалар алмаһын өсөн, алдан бер аҙ сумма индерәләр, - ти Азат Тимерйәнов. – Артабан ситуация теге баяғы банк карталары менән “эш”тәге кеүек үҫешә: номерын, кодын, бер тапҡыр ебәрелә торған паролен һорайҙар.
Икенсе ысул – мутлашыусылар үҙҙәре түбәнерәк хаҡ билдәләп, тауар һатылыуы тураһында иғлан ҡуя - был иғтибарҙы йәлеп итер өсөн. Һатып алыусы, ҡағиҙә булараҡ, теге нәмәне башҡалар алып ҡуймаһын, тип алдан аҡса индереүгә ризалаша. Һөҙөмтәлә, тауар ҙа юҡ, аҡса ла. Мутлашыусыға шылтырата алмаясаҡһығыҙ, сөнки зыян күреүсене шундуҡ “ҡара теҙмә”гә индерәләр.
Әйткәндәй, түбәнерәк хаҡ менән тауар тәҡдим итеүсе сайттар ҙа “ҡармаҡ” ролен үтәргә мөмкин. Уларҙа тағы ла “текәрәк”тәр эшләй, сөнки фейк сайт булдырыу, юридик яҡтан уны теркәү, телефондан яуап биреүсе кешеләр ултыртып ҡуйыу - ҡатмарлы ғына система. Ҡағиҙә булараҡ, эҙҙәрен шәхси виртуаль селтәрҙәр ярҙамында юялар, интернет-магазиндарҙың адрестары Рәсәй менән хоҡуҡи килешеүҙәр төҙөмәгән сит илдәрҙә теркәлгән булырға ла мөмкин. Йәки аҡсаларҙы цифралы биткоиндарға – цифралы валютаға күсерәләр, ә улар ысынында бөтөнләй булмаған булып сыға.Криптовалюта ярҙамында беренселәрҙән булып аҡса ағымын ҡорал менән законһыҙ сауҙа итеүселәр, экстремистар һәм наркотик менән сауҙа итеүселәр йәшерә башланы. Хәҙер был ысул менән мутлашыусылар ҙа файҙалана.
Әйткәндәй, телефондан шылтыратыуҙарҙы ҡабул итеү кеүек аҡса эшләп алыу тәҡдимдәре менән бик һаҡ булыр кәрәк. Әгәр был мутлашыусылар схемаһы икән, һеҙҙең эшмәкәрлек менән хоҡуҡ һаҡлау органдары ҡыҙыҡһына башлаясаҡ. Ул сағында уларҙың эшенә ҡатнашлығығыҙ юҡ икәнде иҫбат итер кәрәк буласаҡ, юғиһә уларға ярҙам иткән өсөн енәйәт яуаплылығына тарттырылырға мөмкинһегеҙ. Нимә генә булғанда ла, оҙайлы ваҡытҡа күңелһеҙ ваҡиғаларға тарыясаҡһығыҙ.
Беҙ биржа уйындары хаҡында ла һөйләгәйнек инде. Бында яҡшы һөҙөмтәгә ирешеү өсөн кәмендә юғары иҡтисади белемгә, күпйыллыҡ стажға эйә булыу кәрәк. Мутлашыусылар был өлкәне лә иғтибарһыҙ ҡалдырманы. Биржа уйынының өй версиялары бар, ябай итеп әйткәндә – интернет уйынсығы. Ҡорбан үҙен биржала уйнайым тип уйлай, әммә бындағы хәлдәр ысынбарлыҡҡа тап килмәй. Кеше реаль аҡсаларынан ҡолаҡ ҡаға.
Контакттағы мутлашыусылар ҙа камиллашыу өҫтөндә. Бында күпселек өлкән быуын кешеләре ҡорбан була. Енәйәтселәр уларҙың өйҙәренә газ, электр, һыу хеҙмәткәрҙәре, социаль хеҙмәткәрҙәр, осһоҙ продукциялар һатыусылар, хатта сихыр-боҙомдо “юҡ итеүсе”ләр булып килә. Бәхеткә күрә, улар хәҙер ныҡ күп түгел, әммә ошоға оҡшаш енәйәттәр резонанс тыуҙыра. Иң үкенеслеһе – зыян күргән әбей-бабайҙар, ҡартлыҡтары сәбәпле, мутлашыусыларҙы таный ҙа, оперативниктарға тейешле мәғлүмәт тә бирә алмай. Шуға беҙ уларҙың балаларына, йәшерәк туғандарына мөрәжәғәт итәбеҙ – улар оло быуын кешеләрен мутлашыусыларҙың бысраҡ эшенән йолоп алһа, ҡурсыһа ине.
Мутлашыусылар фатирҙар буйлап йөрөй һәм пенсионерҙарҙы һатыуҙағынан бер нисә тапҡыр ҡиммәт газоанализаторҙар, янғын иҫкәрткестәр ҡуйыуға мәжбүр итә. Хәҙер улар ошо ҡарттарҙың өйҙәре буйлап икенсегә йөрөп сыға һәм теге приборҙар инде иҫкергән, алыштырыр кәрәк, ти. Сәбәбен табалар: йәнәһе, иҫкергән, сифаты насар, ҡулланыу срогы сыҡҡан, эшкә яраҡһыҙ.
Яңыраҡ оперативниктар мутлашыусыларҙың ҡорбаны булған бер әбейгә барған – унда әлеге датчиктар ниндәйҙер штаб-квартиралағы кеүек ҡуйылған. Тағы шкафында ике целлофан тоҡсай тулы датчиктар ятҡан. Моғайын, теге әбей йыйған ғына аҡсаһын шуларға тыҡҡан.
Беҙҙең ҡарттар кешегә ышанып барыусан, уларҙы тиҙ ҡурҡытып-ҡапаҡлап була: йәнәһе, әгәр яңы датчиктар һатып алып ҡуйҙыртмаһағыҙ, янғын йә газ хеҙмәте килеп штраф һалырға мөмкин.
Юлайҡан уларҙың аҡсаһын сәлдереп, сдачаларын уйынсыҡ купюралар менән дә “түләп” сығалар.
Резюме: өйөгөҙгә, фатирығыҙға сит-ят кешене индерерҙән алда уның исем-шәрифен һорап, ул эшләгән хеҙмәткә шылтыратып, шундай-шундай кеше һеҙҙә эшләйме, ошо белгесте миңә ебәрҙегеҙме, тип һорағыҙ.
Бр Эске эштәр министрлығының мәғлүмәттәре буйынса, 2019 йылда республикала мутлыҡ күбәйгән: 8 айҙа 3800-ҙән артыҡ мутлашыу осрағы теркәлгән – был былтырғы йыл менән сағыштырғанда 30 процентҡа артыҡ. Күпселекте дистанциялы енәйәттәр тәшкил итә – 1288-е интернет ярҙамында ҡылынған (+264), телефон буйынса – 950 (+540).
Контакт мутлашыусылары (газ, һыу үткәреү, социаль хеҙмәткәрҙәр исеме аҫтында) – 44, был былтырғы кимәлдә, тиергә була (былтырғынан 4 фактҡа күберәк). Әлеге енәйәттәрҙе асыу кимәле лә шулай - былтырғыса.