Автомобиль транспорты хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы алдынан Иҫке Собханғол мәктәбенең тамаша залында мәктәп автобустары водителдәренең осрашыу-кәңәшмәһе үтте. Унда Бөрйән районы буйынса ЮХХДИ бүлеге, Бөрйән юл төҙөү-ремонтлау идаралығы һәм район мәғариф бүлеге вәкилдәре ҡатнашты.
Кәңәшмәлә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге, уҡыусыларҙы хәүефһеҙ йөрөтөү, юлдарҙың һәм автобустарҙың төҙөклөгө, юл хәрәкәтенең яңы ҡағиҙәләре һәм уны үтәмәгән йәки боҙған өсөн яуаплылыҡ тураһында һүҙ барҙы. Автобус водителдәрен күптән борсоған һорауҙар ҙа ҡаралды. Мәҫәлән, балаларҙы автобусҡа ултыртыу һәм төшөрөү өсөн тәғәйен урындарҙың булмауы, булған хәлдә лә уларҙың еңел автомобилдәр менән ҡапланыуы ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Берҙәм дәүләт имтихандары йә спорт ярыштары ойошторолған ваҡытта мәктәп автобустарын ҡуйыр өсөн туҡталҡаларҙың юҡлығы айырым бер мәсьәлә булып тора, тип сығыш яһаусылар ҙа булды. Шулай уҡ кадрҙарҙың етмәүе, юлдарҙа малдарҙың күп йөрөүе, юлдарҙағы боҙлауыҡтар мәсьәләләре лә күтәрелде.