Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Октябрь 2019, 16:00

Ағиҙел биҫтәһенә – «зәңгәр» яғыулыҡ

Бөгөнгө көндә Ағиҙел биҫтәһенең төпкөл урамдарында йәшәүселәрҙең дә газ тураһындағы хыялы тормошҡа ашыу юлында - торбалар һалына.

Бөгөнгө көндә Ағиҙел биҫтәһенең төпкөл урамдарында йәшәүселәрҙең дә газ тураһындағы хыялы тормошҡа ашыу юлында - торбалар һалына.
Төҙөлөш эшен Өфө ҡалаһынан подрядсы «Спецгазтехсервис» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте башҡара. “Зәңгәр яғыулыҡ” селтәре Йәштәр, Тау урамдарына үтәсәк.
1 ҡеүәтле экскаватор һәм 4 эшсе эшләй: етәкселәре – И. Еникеев, 1 иретеп йәбештереүсе, 1 монтажсы, 1 тракторсы.
Газ торбалары монтажсыһы В. Ильинский әйтеүенсә, улар түбән баҫымлы газ торбаларын Йәштәр урамы буйлап Ағиҙел йылғаһы ярындағы иң һуңғы йортҡа тиклем һәм Тау урамы буйлап һаласаҡтар. 2 саҡырым самаһы һуҙылған объектты эшселәр тиҙ арала тапшырырға уйлай.
Проект эшләнеп бөткәс, «Газпром» ойошмаһының урындағы бүлеге тарафынан халыҡтың ғаризалары нигеҙендә киләһе йылда йорттарға газ индереү күҙаллана.
Читайте нас: