Һеҙҙе ихлас күңелдән һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлайым!
Бөгөнгө көндә йәмғиәттә автомобиль транспортының роле баһалап бөткөһөҙ. Ул транспорт инфраструктураһының мөһим өлөшөн биләп, социаль-иҡтисади үҫештә ҙур роль уйнай.
Был тармаҡта беҙҙең райондаштарыбыҙ – водителдәр һәм автомобиль транспорты системаһының эшмәкәрлеген тәьмин итеүсе эшселәр хеҙмәт итә. Уларҙың иңдәренә ҙур яуаплылыҡ – юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәп, иҫән-һау юл йөрөү бурысы һалынған.
Һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлап, һеҙгә ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, именлек, ышаныслы техника һәм хәүефһеҙ, тигеҙ юлдар теләйем!