Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Октябрь 2019, 12:00

Ике яҡшы өйләнһә – уңыш булыр

Ике яҡшы өйләнһә – уңыш булыр, бер яҡшы, бер яман өйләнешһә – дөрөҫ булыр, ике яман өйләнешһә – көн-төн һуғыш булыр, ти халыҡ мәҡәле. Яуымбайҙың дан ғаиләләренең береһе Ҡарасуриндар – тәүгеләр иҫәбендә.

Ике яҡшы өйләнһә – уңыш булыр, бер яҡшы, бер яман өйләнешһә – дөрөҫ булыр, ике яман өйләнешһә – көн-төн һуғыш булыр, ти халыҡ мәҡәле.
Яуымбайҙың дан ғаиләләренең береһе Ҡарасуриндар – тәүгеләр иҫәбендә. Заһир Мәжит улы менән Иҫке Монасип һылыуы Ғәлиә Кәрим ҡыҙының йәшәйеш-торошо – күптәргә үрнәк.
Халыҡ нарыҡлағанса, Яуымбайҙың Ленинград тигән төбәгендә 12х12 ҙурлығында хан һарайындай йорт төҙөп, 6 балаға ғүмер биреүгә сәбәпсе булып, йылҡылар һанын 25 башҡа еткереп, КФХ булып ойошоп, бына тигән итеп йәшәп яталар улар.
Бирәм тигән ҡолона тигеҙ итеп бирә бит ул: Ҡарасуриндарҙың ҙур өйөн тултырып өс малай һәм өс ҡыҙ үҫә. 6-сы класта уҡыусы Яҙгөл әле шифаханала һаулыҡ нығытһа, хан һарайындай донъяның ханы Хансура – 4-се класта, Гөлфиә 1-енселә уҡый, Айтуғанға – 4, Рәдифкә 2 йәш, кескенә Филиәгә 6 ғына ай.
Мәҡәләнең тулы вариантын "Таң" гәзитенең 22 октябрь һанынан уҡығыҙ.
Читайте нас: