Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Октябрь 2019, 16:00

Себер аҡсаһын Бөрйәндә эшләйем,

ти Ғәлиәкбәрҙән йәш ир-уҙаман Илшат Толомғужин. Үлемһеҙ Үлмәҫбайҙы саҡ ҡына үҙгәртеп, солоҡсо булған атаһы, солоҡсо булған бабаһы, тип әйтергә була Илшат хаҡында.

ти Ғәлиәкбәрҙән йәш ир-уҙаман Илшат Толомғужин. Үлемһеҙ Үлмәҫбайҙы саҡ ҡына үҙгәртеп, солоҡсо булған атаһы, солоҡсо булған бабаһы, тип әйтергә була Илшат хаҡында.
Эйе, Илшаттың атаһы Батыр ағай ҙа, олатаһы Басир бабай ҙа – Бөрйәндең данлыҡлы солоҡсолары, ҡортсолары. Ҡарағайға ҡарап тал үҫә, остазына ҡарап бала үҫә, тигәндәй, Илшат тыуған ғаиләләге 4 ир-ат та, апайҙары ла солоҡсо.
- Атайымдан өйрәндем был кәсеп-шөғөлгә. Үҙем ағас башында солоҡ юнам. Әлеш яҡтарында юнған солоҡтарым йылына 15-20-ләп булалыр. Солоҡсо булыу миңә шул тиклем оҡшай - күпселек ваҡыт урманда үҙ уйҙарыңа сумып йөрөйһөң, шаулы тормоштан берауыҡҡа булһа ла арынаһың, тыуған ерҙән энергия алаһың, азатлыҡ хисен тулыһынса кисерәһең.
Эш урманда булғас, төрлө ҡыҙыҡ, хатта ҡыҙғаныс хәлдәргә лә тарып бөтәһең. Былтыр, мәҫәлән, ҡатыным Фидәлиә менән айыуға ла осраныҡ. Урман януар-йәнлектәре лә үҙ булып бөтә. Баҙалда, Кәшәлә яғында ла Бөрйән урмандарының хужаһы килеп сыҡты. Тайыштабан Ишембай районына ҡараған Кәмбрәк яғында ла хәл-әхеүәлде “белешеп” китте, - ти Илшат.
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 22 октябрь һанынан уҡығыҙ.
Читайте нас: