Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Октябрь 2019, 12:00

Һанлы телевидениеға күстегеҙме?

14 октябрҙән Башҡортостанда федераль телевизион каналдарҙың аналог тапшырыуҙары туҡтатылып, һанлы тапшырыуға күсте.

14 октябрҙән Башҡортостанда федераль телевизион каналдарҙың аналог тапшырыуҙары туҡтатылып, һанлы тапшырыуға күсте.
һанлы форматҡа күсеү кабель, интернет-телевидение, IP-ТВ менән файҙаланғандарға йәки спутник ТВ-һын тоташтырғандарға ҡағылмай. 
Әленән үк юғары сифатта 20 федераль каналды түләүһеҙ ҡарарға була. Әммә ҡайһы бер биләмәләргә сигнал барып етмәй. Бындай урындарҙа һанлы датчиктар урынына спутник ҡоролмалар ҡуйыла. Республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса, пенсионерҙар һәм мохтаждарға һанлы ҡулайлама йәки спутник ҡоролма алыу өсөн компенсация түләнә.
Ауыл биләмәләре хакимиәттәре һәм ирекмәндәр был йәһәттән эш алып баралар. Районда яуаплы куратор итеп Айнур Хәкимов, ә ауылдарҙа информатика һәм физик культура уҡытыусылары ирекмәндәр итеп тәғәйенләнгән.
Һанлы телевидениеға күскәндә һорауҙар булһа, «ҡыҙыу линия» номерҙарына шылтыратырға мөмкин:
* Һанлы эфир телевизион тапшырыу хеҙмәттәрен күрһәтеү, телевизион һәм ҡабул итеү ҡорамалын көйләү буйынса - 8-800-220-20-02; 
* Спутник телевизион ҡорамалын алыу һәм ҡуйыу тәртибе буйынса -8-800-347-00-55 (шылтыратыу бушлай);
* Республика бюджеты иҫәбенә һанлы приставкалар һатып алған өсөн компенсация алыу тәртибе буйынса - 8(347) 282-40-35. 
Район эсендә иһә һанлы телевидениеға тоташтырыу, телевизорҙы көйләү буйынса 3-53-47 телефонына шылтыратырға мөмкин. Ғаризалар ҡабул итеп алынғас, шылтыратыусыға ирекмәндәр ебәрелә, улар үҙ сиратында телевизорҙы һанлы форматҡа тоташтырып бирә.
- Әгәр кемдәрҙер льготалы мөмкинлектәр менән файҙалана алмай икән, улар 6 мең һумға
«Телекарта» спутник тарелкаһын һатып алып ҡуйҙыра ала. Тарелканы ҡуйғандың тәүге айында - 200, 3 йыл дауамында - 85, артабанғы йылдарҙа 20 канал бушлай күрһәтелә. Бының буйынса 3-24-31, 8-927-936-05-51 телефондары буйынса Фәтих Ишбулатовҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк, - ти район хакимиәте башлығының социаль-сәйәсәт һәм хакимиәттең ойоштороу мәсьәләләре буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ришат Шәрипов.
Читайте нас: